Ҡара сәй әҙерләү серҙәре19.06.2015
Ҡара сәй әҙерләү серҙәре Урманда ҡыуаҡлыҡтар ара­һында йыш ҡына сәй сәскәһен осратырға мөмкин. Унан үҙегеҙ ҙә хуш еҫле сәй яһай алаһығыҙ.

Йыйып алынған япраҡтарын саңынан һәм ҡыйынан таҙар­тып алғандан һуң, бер аҙ ҡараңғы, еләҫ урынға һалып тороғоҙ. Унан йомшарған япраҡтарҙы төрөп сығыу мөһим.
Артабан әселәндереү баш­лана. Сәйҙең төҫө лә, тәме лә тап шуға бәйләнгән. Бының өсөн ҡараңғы, дым­лы һәм һыуыҡ урын кәрәк. Япраҡтар 10 сантиметр ҡа­лынлыҡта ҡатлап һалына. Уларҙың ваҡы­ты­нан алда кибеүе, бурһыуы, күгәреүе йә сереүе ихтимал, шуға ла күҙәтеп тороу мөһим. Бының өсөн 45 минуттан алып бер нисә сәғәт­кә тиклем ваҡыт етә. Әселәндереү барышында япраҡтар башта ҡыҙ­ғылт-һо­роға әйләнә, унан баҡыр төҫөн ала.
Әселәндереүҙе туҡтатыу өсөн сәйҙе юғары температуралы ме­йестә бер аҙ киптереп алыу мөһим. Әммә ул тулыһынса дымын юғалтырға тейеш түгел.





Күҙлектән ҡотолам тиһәң
* Кишерҙең һабағын аш-һыу әҙерләгәндә даими ҡуллан­һа­ғыҙ, күҙлектән бөтөнләй ҡото­лорға мөм­кин. Уны киптереп, салаттарға, башҡа ризыҡтарға тәмләткес рәүешендә ҡушырға була.
* Йәшкәҙәгән күҙҙе укроп төнәтмәһе менән сай­ҡа­тырға кәңәш ителә. Бының өсөн бер стакан һыуға бер балғалаҡ ук­роп орлоғо һалып, 5-6 минут ҡайнатырға.
* Күҙе насар күргәндәргә ҡа­ра көртмәле һаба­ғынан яһал­ған төнәтмә ярҙам итер. Бының өсөн бер аш ҡалағы кипкән үлән­гә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнә­тергә һәм ашар алдынан эсергә кәрәк.


Вернуться назад