Ҡыяр — Башҡортостанда күп үҫтерелгән, яратып ашалған йәшелсә. Уны яңы өҙөлгән килеш тә, төрлөсә әҙерләп тә ҡулланырға мөмкин.Тиҙ тоҙланған ҡыярБыл ысул менән тоҙлау өсөн иң ҡулайы — Нежинский сортлы ҡыяр.
8—10 сантиметр ҙурлыҡтағыһын һалҡын һыу менән йыуып, баштарын аҙ ғына киҫәләр. Эмаль кәстрүлде йәки ҙур быяла банканы эҫе һыуҙа яҡшылап йыуғас, төбөнә ҡара ҡарағат япрағы, укроп һәм мейестә ҡыҙҙырып алынған арыш икмәге телемдәре һалына. Өҫтөнә 2-3 рәт ҡыяр теҙгәс, йәнә ҡарағат, лавр, керән япраҡтары (керәндең тамырын да таҙартып, турап һалырға була), һарымһаҡ һалалар ҙа тағы ҡыяр теҙәләр, һауыт тулғансы шулай эшләнә. Ҡыяр йомшармаһын өсөн, имән япрағы өҫтәйҙәр.
Һауыт тулғас, тоҙлоҡ әҙерләп һалалар ҙа, өҫтөнә таҙа сепрәк ябып, таҡта ҡапҡас ҡаплап, ауыр нәмә менән баҫтыралар. Тоҙлоҡ йылы булһа, ҡыяр тиҙерәк тоҙлана.
Тоҙлоҡ 1 литр һыуға 50 грамм тоҙ иҫәбенән ҡайнатыла.
Ҡарағат һутындағы ҡыярҠыярҙы алдағыса әҙерләп, банкаларға тултырып, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Тоҙлоҡ ҡойоп, ҡапҡас менән ябабыҙ.
Тәмләткестәргә 2-3 бөртөк ҡара борос, шунса ҡәнәфер бөртөгө, 1-2 теш һарымһаҡ, укроп, бөтнөк үләне алына.
Тоҙлоҡ 1 литр һыуға 50 грамм тоҙ, 20 грамм шәкәр ҡомо, 250 миллилитр ҡарағат һуты һалып ҡайнатыла.