Шифалы мендәр19.06.2015
Шифалы мендәр Халыҡ табиптары дәлилләүенсә, дарыу үләндәренән төрлө төнәтмәләр яһап эсеү, уларҙы йәрәхәтләнгән, һыҙлаған урындарға ябыу ғына түгел, түшәк-мендәргә тултырыу ҙа бик файҙалы икән.

Оҙаҡ ятып сирләгәндәр, тынғыһыҙ йәш балалар кесерткәндән яһалған түшәккә йәки мендәргә ятҡырыла. Был үлән тәнде боҙолоуҙан һаҡлай, кешене тынысландыра, ундай яҫтыҡта йоҡо ла тәмлерәк була.
Йоҡоһоҙлоҡтан, нервы ауырыуҙарынан интеккәндәргә иһә мендәрҙең ҡайын япрағы, арыш һаламы, аҡтамыр үләне ҡушып яһалғандары сихәт бирә. Йәнә имән япрағын, мәтрүшкәне, кейәү үләнен, ҡомалаҡтың уҡмаш сәскәһен, шыршы тубырсығын өҫтәргә була.
Йәш ғаиләләргә, яңы никахлашҡандарға махсус ғашиҡтар мендәре яһала. Йыйнаҡ ҡына яҫтыҡтарҙың тышы сигеп биҙәлә, ә эсенә ете төрлө “тылсымлы” үлән һалына:
кесерткән — йән һәм тән “боҙомдарынан” һаҡлай;
ҡайын япрағы — сафлыҡ бирә;
имән япрағы — ныҡлыҡ, тоғролоҡ өҫтәй;
әрем — хуш еҫ бирә, хистәрҙе көсәйтә;
андыҙ япрағы — туғыҙ төрлө көс, йөҙ төрлө дауа бирә;
мәтрүшкә — наҙ тыуҙыра, тынысландыра, яҡшы йоҡлата;
кейәү үләне — хуш еҫ тарата, тәнгә рәхәтлек бирә.


Вернуться назад