Минераль һыуҙы нисек ҡулланырға19.06.2015
Минераль һыуҙы нисек  ҡулланырға Минераль һыуҙы ашарҙан 15 — 20 минут алда эсәләр. Ошолай иткәндә һыу организмға таҙа килеш эләгеп, ашҡаҙан, эсәк тарафынан тиҙ һурыла. Ашҡаҙан йәрәхәте булғанда, үҙәк көйгәндә уны ашағандан һуң йотомлап эсәләр.
Билдәле табип А. Вишневский, кешенең ауырлығына ҡарап, һәр килограмға 3 миллилитр минераль һыу талап ителә, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, һеҙҙең ауырлыҡ 60 килограмм икән, көнөнә 180 миллилитр һыу эсергә кәрәк.
Минераль һыуҙың температураһы ла мөһим әһәмиәткә эйә. Ашҡаҙан сей яраһы, хроник гастрит, гепатит, колит булғанда, тын юлдары ауыртҡанда уны 38 — 45 градусҡа тиклем йылытырға кәрәк. Дауаланыу курсы — 5-6 көндән алып 3-4 аҙнаға тиклем. Минераль һыу менән организмды был арауыҡтан да оҙағыраҡ һауыҡтырыу тыйыла, сөнки шыйыҡлыҡты саманан тыш ҡулланыу һыу-тоҙ алмашыныуының боҙолоуына килтерә.
Киҫкен ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғанда, ҡарында шеш булғанда минераль һыу эсеү тыйыла.


Вернуться назад