Һынап ҡарағыҙ19.06.2015
Һынап ҡарағыҙ Боронғо замандарҙа уҡ аҡыл эйәләре әйтеүенсә, физкультура —хәрәкәт, ә хәрәкәт — тормош. Ябай гимнастика ла кешегә сихәт бирә, ә дауалау гимнастикаһы ҡайһы бер дарыуҙарҙы алмаштыра ала. Ләкин донъяла хәрәкәттең шифаһына торошло дарыу тапҡандары юҡ әле.

Йүгереү — йән рәхәте

Бер ниндәй ҙә махсус спорт ҡорамалдары талап итмәгән, бары тик кешенең теләгенә генә бәйле ике спорт төрө бар: йәйәү йөрөү һәм йүгереү. Бөтәһе лә булдыра алырлыҡ һәм кешенең сәләмәтлегенә шундай уҡ ныҡ файҙалы башҡа шөғөл юҡ.
Йүгереү, үпкәләрҙе елкәндәй киреп, бөтә тән мускулдарын яҙып, ерҙән күтәрелеү, осош тойғоһо тыуҙырып, күңелде ҡанатлан­дыра, йән рәхәте, йән тыныслығы бирә. Машиналар, тиҙлек, стрестар заманында был бик кәрәк.
Иртәнсәк йүгереү көнө буйына яҡшы кәйеф һәм тәнгә сихәт килтерә. Ә кис йүгереү хеҙмәт көнөнөң көсөргәнешен йыуып ташлағандай була. Икеһен дә һынап ҡарап, ҡулайырағын һайларға мөмкин.


Вернуться назад