“Минеке” тип әйтә алаһыңмы?19.06.2015
Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ билдәле урыҫ психологы Л.С. Выготский ҡатнаш ғаиләләргә хас күп теллелекте иң ҡатмарлы һәм буталсыҡ мәсьәлә тип иҫәпләгән. Быға социаль-сәйәси үҙгәрештәр арҡаһында барлыҡҡа килгән миграция сәбәпсе булһа, әле лә ошо хәл ҡабатлана. Һөҙөмтәлә ҡатнаш ғаиләләр артҡандан-арта.

Күп милләтле Башҡортостанды ла был күренеш урап үтмәне, шуға ла туған тел мәсьәләһе көнүҙәккә әүе­релде. Терминдың мәғәнәһенә килгәндә, уны ғалимдар төрлөсә аңлата. Мәҫәлән, В.А. Аврорин былай ти: “Ке­шенең бер нисә телде белеүенә ҡарамаҫтан, күп осраҡта уның туған теле берәү генә була” (“Проблемы изучения функциональной стороны языка”. – Л., 1975. с. 128). Ә ата-әсә был йәһәттән төрлөсә фекер йөрөтә. Уныһын “Башҡортостан”дың быйылғы 20 февраль һанында донъя күргән “Ҡатнаш ғаилә: балалар нисек тәрбиәләнергә тейеш?” тигән мәҡәләмдә әйтеп үткәйнем инде.
Тел кешенең (халыҡтың) теге йәки был этносҡа ҡа­рауын белдерә. Бер милләт икенсеһенән тап шул үҙенсәлеге менән айырыла ла инде. Ә шулай ҙа “Был – минең туған телем!” тип әйтер өсөн кеше ошо рухи ҡиммәтен яратырға, тартынмай, оялмай, кәмһенмәй, ғорурланып аралашырға, әҙәбиәт уҡырға, йыр тыңларға, балаларына әкиәт һөйләргә, шиғыр ятлатырға тейеш. Күренекле немец ғалимы Вильгельм Гумбольдт былай тип яҙа: “Әгәр кешенең сығышы менән туранан-тура бәйле түгел икән, туған теле һәр кем өсөн иң яҡыны һәм нәфисе булыр инеме? Сит илдә йәшәгәндә уның ауазын ишетеп ҡалһаң, һөйөнөп кенә түгел, ҡанатланып китә­һең, уйың менән тыуған яҡтарыңа ҡайтаһың, үҙеңдең кем икәнеңде яңынан асаһың” (“Афоризмы” китабынан. Улан-Удэ, 1975, 344-345-се биттәр).
Шундай уҡ фекерҙе башҡа ватандаш ғалимдарыбыҙ ҙа әйтә. Мәҫәлән, А.Г. Агаев былай тип яҙа: “Милләт­тәштәре менән даими аралашып йәшәгән индивид тел мәсьәләһе тураһында уйламай. Ә сит ергә, ят мөхиткә барып эләкһә, уның этнос бәйләнештәре шунда уҡ хәрәкәткә килә”.
Ҡатнаш ғаиләлә тыуған баланы айырым бер эт­нос­тыҡы тип әйтеп булмай. Уның милләтен ниндәй шарт­тарҙа тәрбиә алыуы, ҡайһы телде үҙенеке тип һанауы, һөйләшеүе билдәләй. Ошо мәсьәләгә ҡарата фекер­ҙә­ренә һығымта яһап, А.Г. Агаев былай ти: “Дөйөмләш­тереп әйткәндә, кеше үҙенең туған теле тип ғаиләһендә аралашҡан, бала тәрбиәләгәндә ҡулланған, иркен һөйләшкән, фекер йөрөткән, ижади йәһәттән файҙалана алған телен иҫәпләргә тейеш”.
Гәзит уҡыусыларҙы ошо темаға бергәләп фекер алы­шырға саҡырам. Әлеге яҙмала әйтелгәндәр менән ризаһығыҙмы? Бәлки, һеҙҙең был йәһәттән башҡа тәжрибәгеҙ барҙыр?
Земфира СӘХИПОВА,
педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.






Вернуться назад