Кәзә лә булдымы мал, “Запорожец” та булдымы машина тигән әйтем барлыҡҡа килгәйне бер заман. Ә бына минең ғаиләм был фекер менән һис килешмәне. Һүҙем кәзә тураһында булһа ла, “Запорожец” хаҡында ла әйтмәксемен.Әлегә тиклем (хәҙер ул иҫкерҙе) ошо машина менән йомош-юлға ғына сығып ҡалманым, донъя көтөр өсөн яһап алған арбамды уға тағып бесәнен дә, һаламын да, хатта утынын да ташыным.
Ә бына кәзәгә килгәндә, олоғайғас тотондоҡ уға. Һуңғы арала был малға иғтибар артты. Шуға ла һөт кәзәһен аҫрарға теләүселәр саф тоҡомло “зааненская” кәзәһен эҙләй башланы. Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡҡа яраҡлашҡандарын — ҡатнаш тоҡомлоларын — тотабыҙ. Улар әрһеҙ, аҙыҡты төрләмәй, һалҡындарға ла сыҙамлы. Өс йәшлек саҡтарында 3-4 литр һөт һауабыҙ. Әйтәйек, минең 7 йәшлек бер һауын кәзәһе дүрт йыл буйы көнөнә 4-әр литр һөт бирә. Иң мөһиме — тәмле! Ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ. Өҫтәлдән ҡаймаҡ, эремсек өҙөлмәй.
Һөттө тейешенсә алыр өсөн аҙыҡты етерлек әҙерләргә кәрәк. Беҙ иһә, бесәндән тыш, алабута, кесерткән, башҡа ҡый үләндәре киптерәбеҙ. Ҡабаҡ, мал сөгөлдөрө сәсәбеҙ. Ҡабаҡ ашағанда кәзәләрҙең һөтө һиҙелерлек арта.
Үҙебеҙгә күрә бәләкәй ферма булдырҙыҡ. Унда 10 инә кәзә, тәкә, 18 бәрәс бар. Бәрәстәрҙе ике айҙан һуң әсәләренән айырабыҙ. Был ваҡытта улар йомшаҡ бесәнде ныҡлап ашай башлай. Яйлап тәбиғәт, һауа шарттарына өйрәнә, барыһы менән дә ҡыҙыҡһына.
Ҡайһы берәүҙәрҙе кәзә аҫрауҙың табышлымы, түгелме икәне ҡыҙыҡһындырыр. Алда әйтеп үткәнемсә, һөт, ҡаймаҡтан айырылған юҡ. Тимәк, ғаилә өсөн ошоноһо ла — ҙур табыш. Мамыҡ кәзәләре булмаһа ла, ҡатнаш тоҡомлоларҙан мамығын да яйлап тарайбыҙ. Был инде йомшаҡ ҡына ойоҡ, бейәләйҙәр тигән һүҙ. Һөтөн, йәй ҡымыҙын күрше-тирә ала, иренмәгән саҡта баҙарға ла алып сығабыҙ. Бәрәстәрен дә алыусылар бар. Хайуанҡайҙарҙың ашау төрләмәүе, әрһеҙ булыуы ла уңайлы.
Ҡыҫҡаһы, уңдыҡ кәзә малынан.