Хөрмәтле “Башҡортостан”!
Гәзиттең “Йорт-ҡура” махсус бите бик кәрәкле һәм уңайлы. Ләкин башында ҡош-ҡорт, һыйыр, һарыҡ-кәзә һүрәттәре төшөрөлһә лә, яҙмалары күберәк үҫемлекселеккә арналған.
Бына уҙған сығарылыштағы (2015 йыл, 24 апрель) малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә арналған мәҡәләләргә бик шатландым. Ошо юҫыҡта алып барылһын ине ул. Әле үҙемдең тәжрибә хаҡында яҙғандарҙы һалам. Ҡош-ҡорт менән шөғөлләнеүселәргә кәрәк тип табып, урын бирә алһағыҙ, яҡшы булыр ине. Һатып алыу. Күп кенә шәхси хужалыҡтар бройлер себештәрен тәүге 5-10 көндә ҡарауы ауыр, тап ошо осорҙа юғалтыуҙар күберәк була тип зарлана. Шуға ла яңы сыҡҡанын түгел, 10 көнлөгөн алһаң яҡшыраҡ.
Бройлерҙы ҡайҙан алыу мөһим? Урам буйында, берәй магазин эргәһендә тәҡдим итеп йөрөгәндәрҙән алһаң (әгәр белгән кешең түгел икән), себештәрҙең сыҡҡан ваҡытын да белмәҫһең, уларҙың юлда йонсоп, асығып бөткән, ваҡытында витаминлы аҙыҡ алып өлгөрмәгән булыуы мөмкин.
Себештең ҡанатын киреп ҡарағыҙ: әгәр ҙә уның аҫтында мамыҡ йөндәре юҡ икән, себеш 10-18 сәғәтлек кенә, ә бына бумалаға оҡшаған мамыҡ булһа, бер тәүлектән ашыу йәшәгән. Тимәк, юлда күп йөрөгән, тейешле тәүге аҙығын ашай алмаған.
Себештең тәне 6 сәғәттә кибә, ә 18-24 сәғәттән ул инде сипылдап ашарға эҙләй башлай. Әҙ хәрәкәт иткәндәре, ҡорһаҡ өлөшө ҡаты булғандары, ҡанаты төшкәндәре оҙаҡ йәшәмәйәсәк. Кендеге ҡанаған, күҙендә нуры булмаған, башы, суҡышы һәм аяғы имгәнгән себештәр ҙә үҫтереүгә бармай.
Урынлаштырыу. Себеш һатып алыр алдынан мөһим эштәрҙең береһе – уларға урын әҙерләү.
Ҡайҙа ғына булмаһын, иҙәне таҙа, һауа температураһы 30-32 градус йылы булырға тейеш. Ике-өс тиҫтә себеш өсөн 100-150 Вт-лы лампаның йылыһы етә. Ә йөҙ һәм унан да күберәк бройлер тотһаң, белгестәр кәңәше буйынса айырым йылытҡыс яһарға кәрәк.
Йылылыҡ мөһим, ләкин артыҡ эҫелә бройлерҙар йонсой, хәрәкәттәре аҙая, үҙҙәрен хәлһеҙ тоталар. Төрлө яҡҡа таралып, ауыр тын алып, һыуҙы күп эсә башлайҙар.
Әгәр һалҡын булһа, тәүҙә ныҡ итеп сипылдайҙар ҙа, һуңынан өйөлөшәләр, бер-береһен тапап үлтереүҙәре лә бар. Шулай уҡ дымлылыҡҡа һәм үтә ел өрмәүенә лә иғтибар итергә кәрәк.
Яҡтылыҡ 10-12 сәғәт булырға тейеш. Бының өсөн ябай лампочкалар ҡулланыла. Бройлер себештәре бейек оса алмай, шуға төнәкте 20-40 см бейеклеккә ҡуйығыҙ.
Ашатыу. “Тәүҙә йомортҡа бирһәм, һуңынан икмәкте һыуҙа ебетһәң дә бара ул”, – ти ҡайһы берәүҙәр. Был, әлбиттә, хата фекер. Бройлерҙарҙы һау-сәләмәт үҫтереү өсөн дөрөҫ туҡландырығыҙ. Беренсе көндәрҙә улар аҙыҡтың составына һәм сифатына бигерәк һиҙгер була.
Ун көнгә тиклем бешкән йомортҡа һәм тары ярмаһы бирәләр. Һуңынан туҡлыҡлы ҡатнаш аҙыҡ та бирә башлағыҙ. “Бройлер” һәм “Солнышко” кеүек витаминлы минераль өҫтәмәләр ҡулланығыҙ. Аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн ваҡ ҡырсынташ һәм йомортҡа ҡабығы, аҡбур һалығыҙ. Һыу һәр ваҡыт таҙа булһын.
Ауырыуҙан һаҡлау. Бройлерҙар, башҡа себештәргә ҡарағанда, төрлө сиргә тиҙ бирешеүсән. Рахит, быуындар йыуанайыуы, дистрофия, аяҡтар кәкрәйеүе, төрлө минерал һәм витаминдарҙың етешмәүе интектерә уларҙы.
Тәүге көндәрҙә күҙәнәкле аҙыҡтар бирергә ярамай — бының көҙән йыйырыуына килтереүе ихтимал. Бройлерҙар үҙҙәрен яҡшы тойһон өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Ҡыҫып бикләп ҡуйылған себештәр ялан кәртәлә йөрөгәндәргә ҡарағанда ауырыуға тиҙерәк бирешә. Аҫтарына ҡом, бысҡы онтағы, көл һәм эзбизташ (ваҡланған ҡалдығын) һалығыҙ.
Биш аҙнаға тиклем себештәр бик тиҙ үҫә, шуға күрә уларға туҡлыҡлы аҙыҡ талап ителә. Артабан үҫеш тиҙлеге кәмей, ләкин ҡоштарҙың ауырлығы артһын, ите тәмләнһен өсөн аҙыҡтың туҡлыҡлылығы тағы ла юғарыраҡ булырға тейеш.
Юғарыла әйтеп үткән ҡағиҙәләрҙе үтәгәндәрҙең мини-фермаһы ҙур табыш бирер.