ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ19.06.2015
Хоҡуғыңды
даула


Шәхси эшҡыуар менән хеҙмәт договоры төҙө­гәйнем. Ете ай эшләгәндән һуң, ни сәбәплелер, миңә медицина тикшереүе үтергә ҡуштылар. Өҫтәүенә бының өсөн аҡса түләргә бурыслымын. Єлбиттә, һөнәрем мотлаҡ табип­та ҡаралырға тейешлеләр рәтенә индерелә-индере­леүен. Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, бының өсөн сы­ғымдарҙы эш биреүсе ҡаплай икәнлеген дә бик яҡшы беләм. Ләкин етәксе­беҙ ҡануниәт талабын онотҡан, ахырыһы. Был осраҡта миңә нимә эшләргә?

Лидия.

Баймаҡ ҡалаһы.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 213-сө статьяһында медицина ҡарауы һәм психиатрия тикшереүе эш биреүсе иҫәбенә атҡарыла тип әйтелә. Єгәр был талап үтәлмәй икән, ғариза менән Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына йәки прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ.

Атайлы – арҡалы, тиһәләр ҙә

Ирем менән өс йыл элек айырылышҡайныҡ. Тап шул ваҡытта унан алимент түләтеү тураһында суд ҡарары ҡабул ителде. Ләкин ошоғаса ни бары өс тапҡыр ғына аҡса алдым. Былтыр алимент түләмәгән өсөн баланың атаһына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды, һәм ул бер нисә айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Тик әле һаман уның аҡса ебәреү түгел, улының хәлен һорашҡаны ла юҡ. Күптән түгел бер ир менән таныштым. Уның менән мөнәсәбәттәребеҙҙе рәсмиләштерергә уйлайбыҙ. Шуға элекке иремде атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итергәме икән?

Әлфиә.

Мәсетле районы.

Түбәндәге шарттар буйынса ғына кешене ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал:
l ата-әсәлек бурысын үтәү­ҙән баш тартһалар, шул иҫәп­тән алимент түләмәһәләр;
l етди сәбәпһеҙ бала та­быу йортонан йәки башҡа медицина, тәрбиә, социаль яҡлау ойошмаһынан ҡыҙын йәки улын алыуҙан баш тартһалар;
l ата-әсәлек хоҡуҡтарынан артыҡ файҙаланһалар;
l балаларға ҡаты бәрел­һәләр, уларҙың енси тейел­геһеҙлегенә янаһалар;
l алкоголизм йәки наркомания менән хроник рәүештә сирләһәләр; үҙ аңында була тороп, балаһының йәки йәре­нең ғүмерен ҡыйһалар.
Ћеҙҙең осраҡҡа килгәндә, урындағы опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда мәсьәләне тулыһынса аңлатырҙар һәм ярҙам итерҙәр.

Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.




Вернуться назад