Ғафури районынан яҙылған борсоулы хаттың авторҙары ике ветеран һәм ҡултамғаларын ҡуйған ике тиҫтәнән ашыу кеше ине. Улар Еҙем-Ҡаран ауылындағы дауахананың киләсәге нисек булыр, кешеләр сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янамаймы тип мәсьәлә күтәрҙе. Күптән түгел яңыртылған, бынамын итеп эшләп торған дауахананың көтөлмәгән үҙгәрештәр кисереүе хәүеф тыуҙыра икән. Редакция алда аталған хәл буйынса республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт итте һәм түбәндәге яуапты алды:
“Красноусол үҙәк район дауаханаһының структур бүлексәһе булған Еҙем-Ҡаран ауыл табип амбулаторияһы бер сменала 40 кешене ҡабул итеү, тиҙ ярҙам күрһәтеү мөмкинлегенә эйә. Яҡын-тирәләге биләмәләрҙә 14 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Еҙем-Ҡаран амбулаторияһына 5699 кеше беркетелгән, шуларҙың 996-һы – балалар. Хеҙмәтләндереү радиусы – 15, Красноусол үҙәк район дауаханаһына тиклемге ара – 45 саҡрым. 2015 йылдың 1 ғинуарынан көндөҙгө стационар 10 урынлыҡ ителгән, койкалар һанын ҡыҫҡартыу күҙалланмай. Беркетелгән биләмәне хеҙмәтләндереү тулы күләмдә һәм сифатлы башҡарыла. Район үҙәк дауаханаһының етәкселеге халыҡтың хоҡуғын, законлы мәнфәғәттәрен боҙоуға юл ҡуймаясаҡ”. Тимәк, Еҙем-Ҡаран ауыл табип амбулаторияһының, ундағы итәғәтле, иғтибарлы коллективтың халыҡты хеҙмәтләндереүҙе тотороҡло дауам итеренә шикләнеү урынһыҙ.
Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.