“Хаҡ” бит, “һаҡ” түгел19.06.2015
Донъя кимәлендә үтәсәк мөһим сараларға әҙерлек барышында Өфөбөҙ күркәмләнә, яңыра. Ҡала буйлап уңайлы, матур автобустарҙа елдерәбеҙ. Шулай ҙа күңелде ҡырған тупаҫ хата хаҡында әйтмәй булдыра алмайым.

“Башавтотранс” йәмғиәтенә ҡараған авто­бус­тарҙа туҡталыштарҙың атамаһын, иҫкәр­теүҙәрҙе ике телдә яңғыраталар. Тик ниңәлер башҡортсаһында “юл хаҡы” һүҙбәйләнешен “х” түгел, ә “һ” өнөн ҡулланып әйтәләр. Был хата ҡолаҡҡа шул тиклем ятышһыҙ ишетелә, ирекһеҙҙән, әллә үҙебеҙ яңылыш һөйләшәбеҙме икән, тип икеләнеп ҡуям...
Ошо хилафлыҡты төҙәтеп, пассажирҙар өсөн кәрәкле мәғлүмәтте дөрөҫ әйтһәләр ине, тигән теләк-тәҡдимемде еткереп ҡалам.





Вернуться назад