Бурысһыҙ ярлылыҡ — үҙе байлыҡ19.06.2015
Бурысһыҙ ярлылыҡ — үҙе байлыҡ Боронғолар “Бурыс ашағансы, борос аша”, “Ас торһаң да, бурысың булмаһын” тип киҫәтеп килһә лә, бөгөн кредитһыҙ йәшәгән кешене осратыу мөғжизәгә тиң.

“Башҡортостан“ гәзите кредит проблемалары тураһында бер нисә тапҡыр сығыш яһағайны. Мәҫәлән, 2014 йылдың 28 ноябрендә “Һаҙлыҡтың исеме – кредит” тигән мәҡәләлә уның бөгөн халыҡ өсөн ысынбарлыҡта ҡоллоҡ формаһы икәне күрһәтелде. Ошо ваҡыт эсендә был өлкәләге хәлдәр киҫкенләшә генә төштө.
Былтыр Рәсәйҙә 1 миллиондан ашыу ипотека кредиты бирелгән, уның дөйөм суммаһы 1,76 триллион һум тәшкил иткән. Был иҫәп буйынса 2013 йылға ҡарағанда — 1,23, сумма буйынса 1,3 тапҡырға күберәк. Ул торлаҡ төҙөү темпына ыңғай тәьҫир итте: былтыр рекорд ҡуйылды: дөйөм майҙаны 81,6 миллион квадрат метр тәшкил иткән 1,084 миллион фатир сафҡа индерелде. Планлаштырылған майҙанды 13 миллион квадрат метрға ашып киткән.

Ипотекаға ихтыяж

Йыл Ипотека кредиттарының
дөйөм күләме, (млрд һум.)

2006 264
2007 557
2008 656
2009 152,5
2010 379
2011 717
2012 1 032
2013 1 353
2014 1 760

Торлаҡтың хаҡы 5,9 процентҡа артты. Уртаса инфляция 13,2 процент тәшкил иткәндә, күсемһеҙ милек үҙенең инвестиция күркәмлеген юғалта бара. Дөйөм алғанда, ипотека күләме былтыр 30 процентҡа үҫһә, ҡулланыу тауарҙары өсөн алынған кредит 7,6 процентҡа кәмене.
Был һәйбәт күрһәткестәр артында торған ҡу­рҡыныс тураһында ла әйтмәй булмай. Кре­диттың юғары темпы, икенсенән, халыҡтың бурысы артыуын һөйләй. Берләшкән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, ул хәүефле кимәлгә етте. Ябай ғына күрһәткес бар: уртаса килемдең нисә проценты кредит түләү өсөн китә. 1 апрелгә Рәсәй буйынса уртаса килемдең 41 проценты кредит ҡаплауға йүнәлтелә. 2013 йылда был һан 35 ине. Рәсәй төбәктәре араһындағы хәл төрлөсә. Өҫтәге таблицала беҙҙең күршеләрҙең хәле күрһәтелә.
Финанс белгестәре әйтеүенсә, был йөкләмә 35 проценттан ашһа, бурыслы кеше өсөн үтә ауыр хәл килеп тыуыуы мөмкин. Ваҡытында түләнмәгән кредиттар күләме 6,5 процентҡа барып етте – был да “рекорд” булып тора. Берәй сәбәп менән ваҡытында түләй алмаһаң, икенсе кредит алырға мәжбүрһең. Күптәр “үлеп” ҡотолмаҡсы була. Беренсе кварталда коллекторҙар эҙләгән бурыслылар араһында шундайҙарҙың һаны 20 про­центҡа артҡан. Былар ысынында үл­мә­гән, бары тик телефондан йыш ҡына ошолай тип яуап ҡайтарғандар. Үҙҙәренә ҡул һалырға мәжбүр булғандары ла етерлек, әммә был статистиканы күрһәтергә теләмәйҙәр.
Беҙҙең республикала 24145 һумдан кредит түләгәндән һуң 14 мең генә ҡала. Май урталарында Nielsen компанияһы үткәргән тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләрен иғлан итте. Халыҡтың 18 процентының алған килеме ашарға һәм коммуналь түләүҙәргә генә етә. Был антирекорд хатта иң ауыр булып иҫәпләнгән 2009 йылды (4-7 процент) уҙып китте. Ике һәм унан күберәк кредиты булғандарҙың һаны ла арта бара – һуңғы йыл ярымда ул 35 проценттан 50-гә етте. Бөгөн клиенттарҙың 59 проценты бер нисә кредит түләй. Балаларҙан тыш, һәр өлкән кешенең кредит ойошмаларына уртаса 146,3 мең һум бурысы бар. 2014 йылда ул 120 мең, 2013-тә – 116,7, 2012-лә – 85 мең, 2011 йылда 60,8 мең һум ине. Йәғни һуңғы биш йылда бурыстың күләме өс тапҡырға артҡан. Бөгөн ваҡытында түләнмәгән кредиттар һаны 14,2 миллионға барып етте (былтыр – 9,2). Физик шәхестәргә бөтәһе 72 миллион кредит бирелгән, йәғни һәр бишенсе кредит түләнмәй.
“Секвойя Кредит Консолидейшн” тигән коллектор агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл аҙағына бурысын һәр өсөнсө клиент ваҡытында түләй алмаясаҡ. Беренсе кварталда был һан 13,4 процентҡа артҡан һәм апрель башына 755 миллиард һумға еткән. 1 майға халыҡ алған кредиттың дөйөм күләме 10,8 триллион һум тәшкил итә. Был ике сумманы сағыштырып ҡарау ҙа етә – кредит менән мауығыу яҡшыға алып бармаҫ.
Ваҡытында түләнмәгән кредиттар буйынса беҙҙең республикала хәл яҡшынан түгел, уның кимәле дөйөм бурыстың 7,6 процентын тәшкил итте. Башҡа төбәктәр менән сағыштырып ҡарағыҙ:
1. Кемерово өлкәһе – 9,6 процент.
2. Бүрәт Республикаһы – 9,37 процент.
3. Тыва – 9 процент.
4. Омск өлкәһе – 8,92 процент.
5. Силәбе өлкәһе – 8,43 процент.
...
14. Мәскәү – 7,7 процент.
15. Башҡортостан – 7,6 процент.
Эш былай дауам итһә, банк системаһы шәхси дефолт күренештәре арҡаһында ҙур көрсөккә дусар булыуы ихтимал. Валюта кредиттары алғандарҙың бурысын ваҡытында түләй алмауы, уларҙың торлаҡ­тарын тартып алыу осраҡтары йышая башланы.
“Әжәл менән бурыстан ҡотола алмаҫһың”, тиһәләр ҙә, кредит һаҙлығына йыш ҡына үҙ теләгебеҙ менән батабыҙ. Был юл менән төҙөлгән “йәннәт”тең тамуҡҡа әйләнеүе лә бар.



Вернуться назад