Түләргә аҡса юҡ…19.06.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш хаҡы түләүҙә тотҡарлыҡтарға бәйле кәңәшмә үткәрҙе.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, рес­публика министрлыҡтары һәм ведомстволары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, шулай уҡ хеҙ­­мәт­кәрҙәренә бурысы булған ойошмаларҙың етәкселәре ҡатнашты.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҡтисадтың реаль секторында түләнмәгән эш хаҡы күләме арта. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ай һайын үткәргән мониторингка, “Башҡорт­остан­стат”, прокуратура, суд приставтары хеҙмәте, Профсоюздар федерацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 майғаса 100 ойошмала эш хаҡы буйынса бурыс йыйылған. Улар 10 меңгә яҡын хеҙмәткәргә 400 миллион һум самаһы түләргә тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы әйтеүенсә, бурыстың төп өлөшө ауыл хужалығына, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү ойошмаларына тура килә.
Кәңәшмә барышында Октябрьский ҡалаһының ике предприятиеһында сетерекле хәл тикшерел­де. Мәҫәлән, автотранспорт өсөн электр ҡо­ра­мал­дары етештергән “Автоприбор” сәнәғәт ком­­панияһының хеҙмәткәрҙәренә бурысы 20 миллион һумдан артып киткән. Унда эшләгән ке­ше­ләр­ҙең өс ай инде аҡса алғаны юҡ. Пред­приятиеның генераль директоры Сергей Знаменщиков әйтеүенсә, был хәл ауыр финанс шарттарына һәм әйләнештә аҡсаның булмауына бәйле.
“Системанефтегаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә дүрт ай эсендә 13 миллион һумдан ашыу бурыс йыйылған. Компания етәксеһе Евгений Прохоров быны заказсыларҙың башҡарылған эш өсөн түләмәүенә һылтай. Республика Башлығы предприятие етәкселәренә тиҙ арала хәлде яйға һалырға ҡушты.




Вернуться назад