Хәүефһеҙлек — мөһим бурыс19.06.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитеттың (НАК) һәм Федераль оператив штабтың (ФОШ) берлектәге ултырышында ҡатнашты. Уны НАК рәйесе, ФОШ директоры Александр Бортников үткәрҙе.

Сарала Волга буйы федераль округы тө­бәк­тә­рендәге халыҡ күпләп йыйылған урындарҙы һәм мөһим халыҡ-ара саралар уҙғарылған объект­тарҙы һаҡлау йәһәтенән террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияларҙың һәм оператив штабтарҙың эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Александр Бортников үҙ сығышында округта федераль, шулай уҡ муниципаль кимәлдәрҙәге власть органдарының эшмәкәрлегендә терро­р­сы­лыҡҡа, экстремизмға ҡаршы эш итеү өҫтөнлөклө йү­нәлеш булырға тейешлеген билдәләне. Былтыр әүҙем иҫкәртеү эше алып барыу һөҙөм­тә­һен­дә террористик йүнәлештәге биш енәйәткә юл ҡу­йылмаған. НАК рәйесе быйыл округ ҡа­ла­ла­рындағы халыҡ-ара әһәмиәтле сараларҙа, шул иҫәптән Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында, БРИКС дәүләттәре һәм Хөкүмәттәре башлыҡтары осрашыуында хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеү бурыстарын мөһим тип билдәләне. Ошоға бәйле террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияларға, оператив штабтарға айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Докладтарҙы тикшереү һәм фекер алышыу барышында төбәктәрҙә эште камиллаштырыу мәсьәләләре күтәрелде.





Вернуться назад