Ѓүмер ҡыл кеүек19.06.2015
Тормош әҙәм балаһын төрлө һынауҙарға дусар итә. Ѓүмер бит ҡыл кеүек, өҙөлөргә генә тора, тап бына ошондай осраҡтарҙа кешегә ҡан талап ителә лә инде. Ә уға ихтыяж көндән-көн арта. Донор ҡаны янғын-һәләкәттәргә эләккәндәргә, гемофилия, пневмония менән сирләүселәргә, ҡатмарлы операция эшләткәндәргә ғүмер өсөн көрәшеүҙә бигерәк кәрәк.

Ошоно күҙ уңында тотоп, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре, идаралыҡ эргәһендәге йәмәғәт ойошмаһы һәм республикабыҙҙың наркотиктарға ҡаршы хәрәкәте ағзалары Республика ҡан биреү станцияһында граж­данлыҡ бурысын атҡарҙы. Был сара Бөтөн донъя донорҙар һәм Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көндәре айҡанлы ойошторолдо.
Донорлыҡ – бик мөһим һәм изге эш. Ул бәләгә тарығандар, ғүмерҙәре ҡыл аҫтындағылар яҙмышына битараф түгеллегебеҙҙе һәм бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы икәнлегебеҙҙе күрһәтә. Ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.




Вернуться назад