Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов:19.06.2015
– Бөгөн арбитраж идарасылар предприятиеларҙың түләүгә һәләтен тергеҙеү яҡлы түгел, уларҙы тиҙ арала банкротҡа әйләндерергә генә тырышалар. Йыш ҡына был эшмәкәрлеккә тейешенсә контроль юҡ, һөҙөмтәлә законды боҙоуға юл ҡуйыла. Эш хаҡы буйынса йөҙҙәрсә кеше алдындағы ҙур бурыс хаҡында берәү ҙә уйламай тиерлек.