Ҡулынан килмәгән эш юҡ19.06.2015
Ҡулынан килмәгән эш юҡ Көнгәк ауылында йәшәгән Ғәлиәскәр ағай Сәләхов тураһында “алтын ҡуллы” тиҙәр. Кәрәк булһа, быймаһын да баҫа, бар күңел йылыһын һалып, семәрләп, иҫ китмәле матур йорт йыһаздары ла эшләй ул.

Сәләховтарҙың йорт ишеген асып инеү менән хайран ҡалаһың. Ишек тө­бөн ағастан һырлап эшлә­неп, лак ме­нән буялған көҙгө биҙәй. Ғәлиәскәр ағай бүлмә ишектәрен дә семәрләгән. Залдарында тағы ла матурыраҡ йорт йыһаздары һоҡ­ландыра. Гөл һа­уыт­та­ры өсөн ҡулайлама, комод, журнал өҫ­тәле, кресло — һәммәһенә лә ағай бар оҫталығын, йөрәк йылыһын һалған.
— Күп йылдар механизатор булдым. Ул саҡта башҡа кәсеп ту­ра­һын­да уйлағаным булманы, ваҡыт та юҡ ине. Совхоз тарҡалып, эшһеҙ ҡалғас, ағас һырлауға тотондом. Иң тәүҙә тәҙрә кәрнизе яһаным. Кәрәк-ярағым юҡ ине тиерлек, кәсебем ҡулыма ят кеүек тойолдо. Шуғамы, беренсе әй­бе­рем бигүк матур килеп сыҡманы. Икенсеһе оҡшаны былай. Башта үҙе­беҙ өсөн генә эшләһәм, һуңыраҡ за­каз бирә башланылар. Күберәк тәҙрә ра­мы һорайҙар. Биҙәктәр ни тиклем нә­зә­кәтле, матур булһа, йыһаз да шул тиклем күркәмерәк күренә. Уларҙы мин китаптарҙан, милли кейем өлгө­лә­ренән ҡарап эшләйем. Сувенир ҡалаҡтарҙың һабынан да бына тигән матур семәрҙәр төшөрөп алам. Ҡа­ты­ным да, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше булғас, маҡтап, илһам өҫтәп тора. Ул үҙе “Йәдкәр” фольклор ансамблендә йырлай, — тип яратҡан шөғөлө тураһында һөйләне һөнәрмән.
Ғәлиәскәр ағайҙың шау биҙәк эштәренән күҙемде ала алмай, һорау артынан һорау яуҙырҙым. Ул һәр береһенә ашыҡмай ғына тәф­сирләп яуап бирҙе. Һөйләгән­дә­ренән башлы­са шыршы, йүкә ағастарын ҡул­ла­ныуын, ләкин йылдан-йыл яҡшы һөйәнде табыуы ауырлашыуын, элек оҫта­лар йыһазға яндырып-өтөп төҫ бирһә, хәҙер морилка ҡулла­ныуҙа­рын һәм тағы әллә күпме ҡыҙыҡ нәмә белдем. Шул уҡ ваҡытта ошо нағыштарҙы эшләр өсөн күпме күҙ нуры, көс, түҙемлек талап ителгәнен уйлап һоҡландым. Ғәлиәскәр ағайҙың тәүҙә уйында, күңелендә тыуҙырып, һуңынан ҡулдарының йылыһы аша йән өргән һәр ҡул эше — ҡабатланмаҫ сәнғәт әҫәре.






Вернуться назад