Һөнәр һайлау еңелме?17.06.2015
Һәр халыҡтың һөнәр һайлауҙа борондан килгән үҙ йолалары бар. Әйтәйек, йәһүдтәр балалары алдына төрлө уйынсыҡ һалып, әле саҡ атлап киткән сабыйының һөнәри йүнәлешен билдәләй. Япондар балаларын биш йәшенә тиклем бөтөнләй тыймай, сөнки һөнәр һайлауҙа, үҙ-үҙен асыуҙа ҡурҡыу, уңайһыҙланыу тойғолары ҡамасаулаясаҡ, тип иҫәпләй.
Башҡорттарҙа ла бар ундай алымдар. Баланың нимәгә һәләте барлығын, әүәҫлеген күҙәтеүсән атай-әсәй генә түгел, олатай-өләсәй ҙә билдәләшкән. “Был балаң китаптан айырылмай, зыялыларҙан булыр, ҡул эше ҡушмаҫҡа тырыш!”, “Улыңдың ҡулынан балтаһы төшмәй, ҡартатаһы һымаҡ оҫта булыр, моғайын!” – тип әйтә килгәндәр. Хәйер, беҙ, ауыл балалары, ундай һөйләшеүҙәрҙе үҙебеҙ ҙә ишетеп үҫтек. Ҡара эштең күплегенә ҡарамай, балаһының уҡыуға ынтылышы барлығын тойомлаған ата-әсә уның аҡыл ҡеүәһен үҫтерергә тырышҡанын күргәнем булды.
Шул тиклем мөһимме һуң кешенең ниндәй һөнәр һайлауы? Әгәр һәр беребеҙҙең көнө эшендә үтеүен иҫәпкә алғанда, һөнәрең күңел талабы булһа – үҙе бәхет.
Психологтар һөнәр һайлағанда
бына нимәләр кәңәш итә:
1. Иң тәүҙә эске ынтылышыңа ҡолаҡ һалырға кәрәк.
2. Киләсәктә үҙеңде кем итеп күрергә теләүең шулай уҡ бик мөһим. Әммә ҡатмарлы судтарҙы еңгән адвокат булырға теләп тә, хыялда үҙеңде табип итеп күрәһең икән, теләк менән хыялды айырыу мотлаҡ.
3. Әгәр холҡоғоҙ буйынса тотонған һәр эште атҡара ала торған заттан булһағыҙ, хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр ихтыяж менән файҙаланыуын белеү ҙә һис ҡамасауламаҫ. Мәҫәлән, сәнғәт белгесе рәүешендә эш таба алмаған осраҡта, икенсе һөнәрегеҙ итеп юрист булыуҙы һайлағанда, һеҙгә төрлө антиквар ҡомартҡылар, сәнғәт менән бәйле эштәрҙә беренсе белемегеҙҙең икенсеһенә ярҙам ғына итеүе бик ихтимал.
4. Карьера хаҡында хыялланғандар ҙа юҡ түгел. Улар өсөн хатта эш хаҡынан бигерәк ҙур вазифа биләү һәм етәксе урында эшләү мөһим. Психологтар ундайҙарға хеҙмәт биржаһына тиклем мәғариф баҙарын да өйрәнергә кәңәш итә. Был ҡайһы вузды, ниндәй факультетты тамамлағандарҙың ҙур ойошма, компанияларҙа алмаштырғыһыҙ булыуын асыҡлау өсөн эшләнә.
5. Шулай ҙа ниндәй генә заманда, быуатта йәшәүгә ҡарамаҫтан, иң тәүҙә һәр кеше үҙенең мөмкинлектәренә, һәләтенә объектив баһа бирә белергә тейеш. Ниндәй һөнәр һайлаһа ла, ниндәй эшкә тотонһа ла, был – һәр кемдең шәхси эше, аҙымы. Һөнәргә беҙ килем сығанағы ғына итеп ҡарарға тейеш түгелбеҙ, ул – йәшәү рәүеше лә. Еңел-елпе ҡараш кешенең үҙен генә түгел, яҡындарын да, уны уратып алғандарҙы ла һынау алдына ҡуйыуы ихтимал. Бер кеше өсөн дә әҙер рецепт, әҙер юл юҡ. Һайлаған йүнәлешегеҙ, эшегеҙ үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла ҡыуаныс килтерһен, рухи яҡтан үҫтерһен!