Ҡариҙел түгел, Өфө!17.06.2015
Ҡариҙел түгел, Өфө! Яңыраҡ редакциябыҙға Йылайыр районының Аралбай ауылында йәшәгән Фәрит Әхмәровтан хат килде. Ул матбуғатта Уфа йылғаһын башҡортса Өфө тип яҙыуыбыҙға борсолоуын белдергән. “Беҙ мәктәптә уҡығанда уҡ баш ҡалабыҙҙа аҡҡан йылғаны Ҡариҙел тип беләбеҙ. Ә ниңә хәҙер саф башҡортсаһын онотоп, урыҫса яраҡлаштырып яҙырға тейешбеҙ?” — тигән фекерҙе еткерә автор.

Быға бәйле бәхәстәр ун йыл элек тә ҡыҙыу барҙы. Мәҫәлән, 2008 йылдың 7 июнендә “Йәшлек” гәзитендә сыҡҡан “Ҡариҙелме, Өфөмө?” тигән мәҡәләһендә хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Әсләм Арыҫланов бына нимә тип яҙҙы: “Мин хәҙерге ваҡытта Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районына ҡараған үтә лә матур Өфө (Өпө) йылғаһы буйында урынлашҡан Юлдаш-Ҡатай ауылында тыуғанмын. 1970 йылда Свердловск пединститутының география фа­куль­тетын уңышлы тамамлағандан һуң, миңә шул уҡ өлкәләге Ҡошсо ырыуы башҡорттары йәшәгән ошо Өпө йылғаһы ярында урынлашҡан Өфө-Шигер ауылында мәктәп директоры булып эшләргә тура килде. Хәйер, институтҡа уҡырға ингәнсе, миңә шул уҡ гүзәл Өпө буйындағы Балаҡатай районының Билән ауылында уҡытыусылыҡ итергә насип булды. Ҡыҫҡаһы, шул тиклем дә матур һәм таҙа һыулы йылға буйында урынлашҡан барлыҡ ауыл-ҡасабаларҙа һәм ҡалаларҙа булырға яҙҙы. Ләкин бер ҡайҙа ла – Өфө йылғаһының башында ла (ул Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡалаһынан алыҫ түгел бер бәләкәй күлдән башлана), үрге һәм уртансы ағышында ла (Свердловск өлкәһе) йәшәгән милләттәштәребеҙҙән “Ҡариҙел” тигән һүҙҙе ишетергә тура килмәне...”
Ысынлап та, бик урынлы һорау тыуа: бер үк йылға төрлө урында төрлөсә атала аламы? Әлбиттә, юҡ! Улайһа, Ағиҙелде белореттар үҙенсә, бөрйәндәр башҡа атама менән йөрөтөр ине. Ә ниңә һуң Силәбе, Свердловск өлкәләрендә йәшәгән аҫаба башҡорттар уны Өфө тип әйтһә, баш ҡалабыҙҙа Ҡариҙелгә әйләнергә тейеш?
Өфө йылғаһының ысын атамаһын оҙаҡ йылдар ҡулланмауыбыҙ арҡаһында, баш ҡалабыҙҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡты тип баш ваталар. Өпө (Өфө) йылғаһының исеме шул йылғаның урта ағышында йәшәгән боронғо Өпәй ырыуынан килә. Был турала аңлайышлы итеп профессор-топограф Азат Камалов менән Фирүзә Камалова 2001 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Атайсал” китабында яҙҙы. Ошо хаҡта профессор Әнүәр Әсфәндиәров та китаптарында һәм мәҡәләлә­рендә бер нисә ҡабат белдерҙе.
Баҡтиһәң, XX быуат башында ла Өфө йылғаһы шул килеш башҡортса атап йөрөтөлгән икән. Арҙаҡлы ғалимыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев бер ҡасан да Өфө йылғаһын Ҡариҙел тип яҙмаған. Уның әҫәрҙәрендә һәм яҙмаларында ул Өфө иҙеле тип атала.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Әсләм Арыҫланов фаразлауынса, Башҡортостанға күпләп күсеп килгән мишәрҙәр Өфөнө Ҡариҙел тип атай башлаған. Был атама 1930 йылда ғына тәрән тамыр ебәрә.
Ошо барлыҡ дәлилдәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандың Терминология комиссияһы йылғаның үҙ исемен кире ҡайтарҙы. Шуның менән күптәнге мәсьәләгә нөктә ҡуйылды. Өфө йылғаһы Ҡариҙел була алмай...




Вернуться назад