Учалы районында ижадсыларҙың матур йолаға әүерелгән IХ төбәк-ара семинары булды. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, интеллигенция вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе Учалы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы менән тиҫтә йылға яҡын инде ижади бәйләнештә йәшәй. Уның эшенең бер йүнәлеше – төбәктәге яҙыусылар һәм уҡытыусылар араһындағы ижади хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм үҫтереү. Ошондай матур йоланы һаҡлап, Учалы уҡытыусылары Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ һәм Сосновка район мәктәп- тәрендә тәжрибә уртаҡлаша, ә силәбеләр тәбиғәт уянған мәлдә Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы янындағы шишмәгә сәйәхәткә юлланып, унда изге Рамаҙан Әүлиәгә зыярат ҡыла.
Ижади осрашыу Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылына арналғанға күрә йөкмәткеле лә, тулҡынландырғыс та булды. Силәбеләрҙе хөрмәтләп, халыҡ йолаһы буйынса татлы ризыҡтар һәм йыр-бейеү менән тәбрикләп, Комсомол урта мәктәбе алдында ҡаршы алдылар.
Комсомол урта мәктәбе директоры урынбаҫары Дилара Саҙретдинова ҡунаҡтарҙы мәктәп менән таныштырҙы. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфетдинова ижади семинарҙың ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә таяныуын билдәләне. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйес урынбаҫары Спартак Ильясов үҙенең сығышында яҙыусы статусы, милли баҫмалар, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында ентекләп һөйләне. Сараны Комсомол урта мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Фазылова юғары кимәлдә алып барҙы.
Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин Силәбе башҡорттары исеменән сәләм тапшырып, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондары һәм Магнитогорск ҡалаһынан барған яҙыусылар, уҡытыусылар сығыш яһаны. Силәбеләр бер тауыштан “Берҙәмлектә – бәрәкәт” тигән халыҡ әйтемен раҫлап, ут күрше булып йәшәгән милләттәштәренә йөрәк һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡамса Мортазин ихлас күңелдән бер төркөм дуҫтарына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Семинарҙың икенсе өлөшө тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Ҡунаҡтарҙы был юлы изге Әүеш тауына сәйәхәткә Комсомол урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Шаһиева алып килде. Ул, Әүеш йәшмәһе, Әүлиә шишмәһе хаҡында, Рамаҙан әүлиә легендаһын мауыҡтырғыс итеп һөйләп, ҡунаҡтарҙың күңеленә һеңдерҙе.
Силәбеләр учалыларҙан бына шундай йәнле тормош һабаҡтары, рух ныҡлығы һәм ғүмерлек тәьҫораттар алып ҡайтты.