“Һөт шишмәһе” һайыҡмаҫ17.06.2015
“Һөт шишмәһе” һайыҡмаҫ Әле тәбиғәттең иң матур сағы. Күҙҙең яуын алыр хозурлыҡҡа йәнә ҡоштар моңо, һыйырҙар мөңрәүе, быҙауҙар баҡырышыуы өҫтәлһә, үҙе бер илаһилыҡ барлыҡҡа килгәндәй. Әбйәлилдәге Михайловка фермаһының Ҡаран йылғаһы буйын биләгән йәйләүендә тап шундай тойғо кисерелде.

Колхоз-совхоз тарҡалып, күп хужалыҡтар юҡҡа сыҡҡас, хәҙер йәйләүгә сығыу — һирәк күренеш. Шуға ла бында мал-тыуарын күсереп, ғаиләһе менән килгән малсыларҙың аҙымын батырлыҡҡа тиңләп ҡуйҙым. Улар өсөн төҙөлгән йорттарҙа уңайлы шарттар булды­рылған: электр үткән, газ баллондары килтерелгән, мунса эшләнгән. Йәшел сиҙәмдә рәхәтләнеп йомшаҡ үлән ашап йөрөгән ҡаҙ бәпкәләре лә хужалары менән бергә көҙгә тиклем ошонда йәшәйәсәк. Ана, Шоңҡар менән Тузик ҡына түгел, бесәйҙәр ҙә сәхрәлә рәхәтләнеп ял итә.
Һауынсыларҙың эш мәленә тап килһәк тә, улар беҙҙең менән әңгәмәләшергә ваҡыт тапты.
— Хәлебеҙ яҡшы, яңы тормошҡа аҡрынлап өйрәнәбеҙ, — тип йылмая 35 йылға яҡын һауынсы булып эшләгән Миңзәлә Дауытова. – Ямғыр яуып торғас, үлән һутлы, мал туйына, шуға ла һөт күләме көндән-көн арта. Быйыл фермаға һөт үткәргес ҡуйылғас, эш күпкә еңеләйҙе. Йылына биш мең тонна һөт һауырға бурыс алдым, уны мотлаҡ үтәп сығырға ниәтем.
Әйткәндәй, яҙҙан алып көҙгә тиклем ауыр хеҙмәттә тир түккән һауынсы йыл һайын сит илдә ял итә икән: былтыр Мысырҙа булһа, быйыл Төркиәгә барырға йыйына.
“Һөт шишмәһе” һайыҡмаҫМиңзәлә Дауытованан тыш, йәйләүҙә тағы өс һауынсы эшләй: Вилүрә Хәйруллина, Зәлифә Кәримова, Рәмзиә Маскова. Ферма мөдире Рафиҡ Хәйруллин бында йыл да ғаиләһе менән килә. Ҡатыны Вилүрә оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләһә, улы Рәмзил — моторсы. Малсы һөнәренә тоғро ҡалып, быуындар сылбырын дауам иткән Рәмзил быйыл йәйләүгә үҙ ғаиләһе менән күсенгән. Киләсәктә уларҙың улы Данияр ҙа ата-олатаһының юлын дауам итмәҫ тимә.
— Һөттө көндән-көн арттырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла, — ти ферма мөдире Рафиҡ Һарун улы. – Барыһы 350 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 210-ы һауҙыра. Әлегә көндәлек уртаса һауым ете килограмм тәшкил итә. Продукция, нигеҙҙә, беренсе сорт менән оҙатыла. Киләсәктә был күрһәткестең артыуына өмөт ҙур, сөнки быйыл үлән шәп. Йәйләү осорона ныҡлап әҙерләндек: ялан кәртәләр, быҙау аҙбарының түбәһе, иҙәне яңыртылды, малсылар йортона ла ремонт эшләнде. Әйткәндәй, хужалыҡ эшсәндәре һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Улар бер ваҡытта ла зарланып йөрөмәй, йәйләү осорон көтөп алып, уны тик яҡшы һөҙөмтәләр менән үткәреп ебәрә.





Вернуться назад