Ситтән дә эҙләп киләләр17.06.2015
 Ситтән дә эҙләп киләләр Үҙен төрлө яҡлап асҡан тырыштар һоҡландыра. Яңы Балаҡатай ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Рафаэль Ғәлләмов быға тиклем үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағында уңыш ҡаҙанһа, әле һыу йүнәлешендә эш башлап, һис тә яңылышмаған. Морат итһәң, һәр ҡайҙа ла ниәт-уйҙарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкин булыуын иҫбатлаған.

– Һум әсе тир түгеп табыла, һәр уңыш артында ҙур хеҙмәт ята, – тип һөйләй “Ғәлләмов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. – Һыу – йәшәү сығанағы, ул булған ерҙә тереклек тә бар. Ә ниңә уға һаҡсыл ҡарамайбыҙ? Шешәләргә һыу ҡойоп баҙарға сығарыуым юҡтан килеп сыҡманы.
Эшҡыуарҙың биләмәһенә аяҡ баҫҡанда әле генә туғыҙ тулып уҙғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында эш ҡайнай, операторҙарҙы күҙәтеп, һәр береһенең хеҙмәтен күңел кинәнесе менән башҡарыуын асыҡ тойомларға мөмкин. Әйткәндәй, Рафаэль Ғәлләмов завод асып, унға яҡын кешене эш менән тәьмин иткән.
Ойошмала газ ҡушылған һәм газһыҙ һыу етештерелә. Продукция ярты литрҙан алып 18 литр һыйҙырышлы һауыттарға тултырыла. Тауар етештереү – бер мәсьәлә, уны һатырға ла кәрәк бит әле. Бөгөн уларҙың һыуы республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарында таратыла. Силәбе, Свердловск өлкәләренән дә килеп алалар. Киләсәктә тауарын бөтә Башҡортостан һәм Рәсәйгә билдәле итеү тураһында ла уйлай етәкселек.
– Эргәлә генә “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы, уның һеҙгә конкурент икәнлеге көн кеүек асыҡ, нисек быға тотонорға йөрьәт иттегеҙ? – тип һорайым Рафаэль Ғәфүр улынан.
– Ҡурҡаҡ урманға ла бармай, диңгеҙгә лә төшмәй. Әгәр шикләнеп ултырһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Хәҙер продукциябыҙ яҡшы тарала, һыуыбыҙҙы эҙләп килеп алалар икән, был шатлыҡ түгелме ни?! Киләсәккә уй-ниәттәр бихисап, – ти әңгәмәсем.
Балаҡатай һыуын беҙ ҙә ауыҙ иттек. Бик тәмле! Әйтеүҙәренсә, кешенең һаулығы өсөн дә файҙаһы ҙур.
Шишмәне даими таҙартҡанда ғына уның һыуы тәмле һәм таҙа була. Шуның шикелле, бер урында ғына тапанһаң, алға китеш булмай. Киреһенсә, әҙәм балаһы һәр саҡ хәрәкәт итергә тейеш.


Вернуться назад