Бейеккә, бейегерәккә!17.06.2015
Бейеккә, бейегерәккә! Радик Ризван улы янында оҙаҡ булмаһаҡ та, уның тормош девизын, изге уй-маҡсаттар менән йәшәүен баҙыҡ төҫмөрләнек. Ҡыҫҡаһы, эш тип янған уңғандар шикелле, ул да тик ятыуҙы белмәй. Шағир Риф Мифтаховтың “маҡсатымдан, заманымдан артта ҡалмам: үҙ-үҙемде ғүмер буйы еңә алһам” тигән шиғыр юлдары ҡапыл иҫкә төштө. Улар ошо танышыбыҙ өсөн яҙылғандай тойолдо. Әңгәмәсебеҙ – “Балаҡатай ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Радик НАСИБУЛЛИН.

– Әҙәм балаһына ҡушылған исеме уның яҙмышына күпме­лер кимәлдә йоғонто яһай тигән инаныу бар. Һеҙҙең магазиндағы яҙыу ҙа бик үҙенсәлекле, тимәксе­беҙ...
– “Экватор” магазинын асып от­тоҡ, унда нимә генә юҡ. Кешеләр­ҙең төҙөлөшкә дәррәү тотоноуын иҫәпкә алып, төҙөлөш материалдарынан кәштәләр һығыла, бынан тыш, хужалыҡ тауарҙары ла етерлек. Уларҙы даими төрләндереп торабыҙ. Заказға ярашлы профнас­тил да килтерелә.
Һеҙҙең һорауға килгәндә, был мәсьәлә ғаилә ҡоронда ҡаралды. Оҙаҡ фекер алышып, хатта бәхәс­ләшкәндән һуң, юғары нөктә, бейек­лек менән бәйле төшөнсәлә туҡталдыҡ. Кем бизнесының уңыш­лы барыуын теләмәһен?
– Бер юлы тауар етештереү ҙә юлға һалынған. Тимәк, үҙ тауа­рығыҙ кәштәгә барып ята?
– Нәҡ өҫтөнә баҫтығыҙ. Ниңә та­уарҙы кемдәндер һаттырырға? Шлаклы блок етештерәбеҙ, ПВХ-нан тәҙрәләр эшләйбеҙ. Киләсәктә халыҡ ихтыяжын тағы ла өйрәнергә ине.
Бейеккә, бейегерәккә!– Эшмәкәрлегегеҙҙең башҡа йүнәлеше тураһында ла һөйлә­геҙ әле.
– Төрлө объекттарҙы төҙөклән­дерәбеҙ, бынан тыш капиталь ремонт та яһайбыҙ. Иҫке Балаҡатай ауылындағы махсус мәктәп-интернатты күркәм хәлгә килтерҙек. Ра­йон менән генә сикләнмәйбеҙ, күрше Мәсетле һәм Ҡыйғы райондарына ла сығып хеҙмәт күрһә­тәбеҙ. Төҙөлөш бригадаһында 20-гә яҡын кеше иҫәпләнә. Ҡайҙа ҡушһаң, шунда атлығып торған хеҙмәткәребеҙ Илшат Хәбибуллин, автокрансы Динир Әбделғәлимов, экскаваторсы Рифат Такиев, слесарь Ришат Әсмәндиәров һәм баш­ҡаларға бер әйтеүең етә. Һәр береһе дәррәү эшкә тотона.
– Моғайын, барыһы ла ыңғай барһа, һеҙ күптән серегән байға әйләнер инегеҙ. Ҡайһы проблема үҙәгегеҙгә нығыраҡ үтте?
– Ошо турала һүҙ башларға ғы­на тора инем. Ни өсөн тендерҙы һәр ваҡыт өфөләр еңә? Миңә бына ошо “йола” йәки ҡалыплашҡан күренеш тип әйтәйекме, бер ҙә оҡ­шамай. Беҙ, райондыҡылар, кем­дән кәм? Уларға ҡарағанда си­фат­лыраҡ эшләгәнебеҙҙе лә беләм. Документтарҙы дөрөҫ итеп тултырып тапшырыуға ҡарамаҫтан, исемлектә булмай сығабыҙ. Быға ҡасан нөктә ҡуйылыр? Ғәҙеллек тураһында һүҙ йөрөткәндә төбәк­тәрҙәге эшҡыуарҙарға нығыраҡ иғтибар итһендәр ине.
– Радик Ризуан улы, һорау­ҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт. Тормош – көрәш, тиҙәр. Бер ҡасан да бирешмәгеҙ, эштәрегеҙ һәр саҡ уң килеп торһон!


Вернуться назад