Ил төкөрһә, күл була17.06.2015
Дәүләтҡол ауылында урындағы халыҡ аҡсаһына Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды.
Тантана Рәсәй көнөндә, райондағы алдынғы ауыл хужалығы пред­приятие­ларының бере­һе булған “Ашҡаҙар”ҙың 50 йыллығын билдәлә­гәндә уҙғарылды. Хужалыҡҡа 1965 йылда нигеҙ һалына. 1986 йылда иң ҙур иген уңышы алына. Артабан ҙур етештереү биналары, хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ, мәҙәниәт йорто, башҡа социаль объекттар төҙөлә. Һуңғы биш йыл эсендә хужалыҡта һөт етештереү — 50, ит етештереү 40 процентҡа артҡан.






Вернуться назад