Ватанға һөйөү — изге төшөнсә17.06.2015
Башҡортостан Хөкүмәтендә Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса ведомство-ара координация советы ултырышы булды.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ватансылыҡ тәрбиәләүгә бәйле хәл һиҙелерлек яҡшырҙы. Рөстәм Хәмитовтың булышлығы менән Ишембайҙа асылған кадет корпусы тиҙҙән ошондай уҡыу йорттары араһында алдынғыға әүереләсәк.
Совет ултырышында Волга буйы федераль округында йәмәғәт проекттарын тор­мош­ҡа ашырыу мәсьәләһе ентекле тик­ше­релде. Башҡортостан йыл һайын округтың үҫмерҙәргә һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән һигеҙ проек­тында әүҙем ҡатнаша. Республикала эҙәр­мәндәр отряды эшмәкәрлеген ойоштороу – ошо өлкәләге мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Әле эҙәрмәндәрҙең эшендә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар ҙа бар. Кәңәшмә барышында муниципалитеттарҙың уларға тейеш­ле иғтибар күрһәтмәүе билдәләнде. Эҙәр­мән­дәрҙе уҡытыу, берләштерелгән мәғлүмәттәр базаһын ойоштороу кеүек мөһим бурыстар ҡуйылды.
Ил Хөкүмәте ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хәрби тарихи-мәҙәни үҙәгенең ведомство-ара коллегияһы ҡарарына ярашлы, йәштәр сәйә­сә­те, мәҙәниәт, мәғариф, дәүләт хеҙмәте һәм муниципаль идара учреждениеларының 25 хеҙмәткәре, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре, эҙәрмәндәр отряды вәкилдәре “Рәсәй патриоты” иҫтәлекле миҙалы менән бүләк­ләнде. Бишбүләк районының һуғыш, хеҙмәт, Ҡорал­лы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы, Сибай ҡала­һын­дағы 5-се мәктәптең “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клу­бы, Октябрьский ҡалаһының музыка колледжы “Рәсәй Федерацияһы граждандарын ватансылыҡ рухында тәрбиәләгән өсөн” иҫтәлекле билдәһен алды.





Вернуться назад