Өфөгә юл өҙөлмәйәсәк17.06.2015
Киләһе йылдың 25 — 26 ғинуарында Өфөлә БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙары осраша.
Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин журналистар менән аралашҡанда ошо турала хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, БРИКС-та Рәсәй рәйеслегенең төп өҫтөнлөгө – донъя сәйәсәтенең һәм иҡтисадының төп мәсьәләләре буйынса стратегик һәм ғәмәлдәге бәйләнеште һәр йәһәттән үҫтереү. Шулай уҡ финанс, иҡтисад, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек әүҙем дауам итәсәк.