Балалы йорт ҡотло була26.11.2011
Балалы йорт ҡотло булаБаҡалы районы үҙәгендә йәшәүсе Булыгиндар ғаиләһенең тормошо — күркәм, донъяһы — түңәрәк. Туғыҙ һәм дүрт йәшлек Ульяна һәм Милана исемле ҡыҙҙары үҫә, иркен, яҡты йорттары әйләнеп сыҡҡыһыҙ, һәр ғаилә ағзаһының заманса йыһазландырылған үҙ бүлмәһе, бөтә уңайлыҡтар бар.
Баҡалылағы 2-се мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән Оксана тормошонан ҡәнәғәт.
— Беҙгә яйы сығып ҡына торҙо, — ти ул. — Ауылда йәшәүсе йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса федераль программаға ярашлы, тәүҙә 391 мең 600 һумлыҡ субсидия алыуға өлгәштек. Төҙөлөш материалдары алдыҡ.
Икенсе ҡыҙҙары Милана донъяға килгәс, йәш ғаиләнең бәхете тағы ла арта төшкәндәй, донъялары йәмләнгәндәй була. Әсәлек капиталына сертификат алғас, аҡсаны торлаҡ төҙөлөшөнә тотонмаҡсы итәләр.
— Әсәлек капиталын алыу анһат түгел икән, — ти Оксана. — Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ниәтләһәң, уны файҙаланыуҙың әллә күпме нескәлектәре барлығы асыҡлана. Тейешле документтарҙы йыйыу өсөн дә ярайһы ваҡыт талап ителә. Йорт төҙөүгә ҡуйылған талаптарҙың ҡайһы берҙәрен, минеңсә, ябайлаштырырға ла мөмкин булыр ине. Нисек кенә булмаһын, әсәлек капиталы беҙгә йортобоҙҙо төҙөп бөтөргә ныҡ ярҙам итте. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан алыр инек? Ғөмүмән, бөгөн күптәр ошо капиталға күҙ терәп, ҡасан да булһа үҙ йорттары булыуға өмөтләнеп йәшәй.
Балалы йорт ҡотло булаОксана һәм Андрей Булыгиндар — матди яҡтан нығынған, алға ҡарап йәшәргә ғәҙәтләнгән йәш ғаилә. Йорт ихатаһында гараж, мунса, беседка төҙөлгән, өр-яңы еңел һәм йөк машиналары иғтибарҙы үҙенә тарта. Оксананың ата-әсәһе ғүмере буйы төҙөүсе һөнәренә тоғро хеҙмәт иткән, шуға йәш хужаларға һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәр. “Ҡайным Александр Сергеевич та көнө-төнө тигәндәй төҙөлөш эсендә ҡайнаны. Бөтә туғандарыбыҙға рәхмәтлебеҙ, — ти Оксана. — Йәнә бер шатлығыбыҙ менән уртаҡлашҡы килә: яңыраҡ Андрейҙың олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Василий Марковҡа ике бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙылар. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ!”
Республикабыҙҙа сыҡҡан милли баҫмаларҙы даими уҡыусы, урындағы телевидениела балалар тапшырыуҙарын ихлас алып барыусы яғымлы керәшен ҡыҙының татарса сатнатып һөйләшеүе тәүҙә бер аҙ аптырашта ҡалдырҙы.
— Беҙ башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҙәниәтен ихлас яратабыҙ, хатта башҡортса һөйләшә белмәгән Андрей ҙа “Юлдаш” йыр-моң каналын көнө-төнө тыңларға әүәҫләнде. Күрәһең, моң күңелдәрҙе берләштереүсе, илһамландырыусы көскә эйәлер...
Булыгиндарҙың яңы йорттарында күңелгә ҡанат ҡуйыусы дәртле йыр-моң менән бергә татыулыҡ, ихласлыҡ хакимлыҡ итәсәгенә лә ышаныс ҙур.
Динә ҒӘБДРӘХИМОВА
Баҡалы районы.


Вернуться назад