Барыһы ла таныш һәм яҡын!17.06.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы составын раҫланы. Унда төбәктең 15 күренекле йәмәғәт эшмәкәре инде.

Улар – “Башҡортостан” телерадиокомпа­нияһының “Юлдаш” мәғлүмәт-музыка каналы продюсеры Марсель Байдәүләтов, респуб­ли­каның Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикше­ре­неүҙәр институты директоры Рим Вә­лиәх­мә­тов, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хеҙмәткә әҙерләү үҙәгенең бүлек начальнигы Владимир Волков, Башҡорт дәү­ләт медицина университетының Онкология ғилми тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцев, “Аҡбуҙат” ипподромының генераль директоры Руслан Ғиззәтуллин, “Домком” идарасы компанияһының генераль директоры урынбаҫары Илья Дубинин, Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты Алексей Елизарьев, “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов, Берләштерелгән үтә еңел авиация федерацияһы етәксеһе Сергей Миңлеғолов, Башҡортостандың Бәләкәй эш­ҡы­уарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү фонды­ның генераль директоры Денис Мусин, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмә­те һәм идара итеү академияһы доценты Ғә­лиә Мөхәмәтйәнова, Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондының башҡарма директоры Ольга Панчихина, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты ректоры Наталья Солодилова, “Төньяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубы идараһы рәйесе Илдар Юлбарисов, “Факел” Дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошма­һының Башҡортостан республика бүлексәһе идараһы рәйесе Марат Йосопов.
Рөстәм Хәмитов Йәмәғәт палатаһының раҫланған ағзаларына палатаның тулы сос­тавын төҙөүҙе тәҡдим итте.



Вернуться назад