Бер-береңә ышаныс тойоп...17.06.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Урал тау-металлургия компанияһы” холдингының генераль директоры Андрей Козицын менән осрашты. Яҡтар компанияға ингән Башҡортостан тау-руда предприятиеларының эш ҡеүәтен тикшерҙе.
– Компанияның Башҡортостандағы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирәбеҙ. Әүәлге килешеүҙәрҙә ҡаралған барлыҡ проекттар тормошҡа ашырыла. Етештереүҙе үҫтереүгә күпләп инвестиция йәлеп итәһегеҙ. Яңы шахталар, предприятиелар, эш урындары барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта социаль өлкәне лә онотмайһығыҙ. Барыһы ла һеҙҙең кеүек эшләһә, проблемалар байтаҡҡа кәмер ине, – тине Рөстәм Зәки улы.
Осрашыу барышында Урал тау-металлургия компанияһы предприятиеларында республика ойошмаларының юғары технологиялы, шул иҫәптән импортты алмаштырған продукцияһын файҙаланыуҙы киңәйтеү буйынса “юл картаһы”на ҡул ҡуйылды. Документ холдинг предприятиелары өсөн тауар һәм хеҙмәт һатып алыуҙа Башҡортостан ойошмаларының ҡатнашыуын күҙ уңында тота.