Санкт-Петербург ҡалаһында йылдағыса һабантуй байрамы үтте. Унда Ленинград өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Дрозденко ҡатнашты. Байрамға Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла юлланды. Һабантуйҙа Санкт-Петербургтың, Ленинград өлкәһенең, Башҡортостан һәм Татарстандың ижади коллективтары сығыш яһаны. Республикабыҙҙан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм “Мираҫ” фольклор ансамбленең программаһы барыһының да күңеленә хуш килде. Концерттың бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Артистар “Ҡара юрға”, “Любизар”, “Май вальсы”, “45-се йылдың яҙы” йырҙарын, башҡорт яугирҙәренең бейеүҙәрен башҡарҙы. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы айҡанлы, сәхнәнән бөйөк башҡорт шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғыраны.