Быйылғы һабантуйҙы райондың ауыл хужалығы эшсәндәре күтәренке күңел менән ҡаршыланы. Кама һәм Ағиҙел үҙәндәрендәге баҫыуҙарҙа көләс ҡояштың тәүге нурҙары, һабантурғайҙың беренсе йырҙары менән бураҙнаға сыҡҡан игенселәр сәсеүҙе республикала беренселәрҙән тамамланы. Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып сыҡҡан механизаторҙар, шулай уҡ хеҙмәт дәрте ташып торған малсылар кәйефенә Бөйөк Еңеүҙең 70 һәм райондың 85 йыллығына арналған байрам саралары ла ыңғай йоғонто яһаны. – Республика етәкселеге күрһәткән ярҙамдың да беҙҙең уңышта өлөшө ҙур, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин, 68 ауылдан йыйылған 20-нән ашыу милләт вәкилдәрен ихлас тәбрикләп.
Районға быйылғы биш айҙа ғына ла 20 миллион һумдан күберәк аҡса бүленгән. Заманса техника, уны яҙғы эштәргә ваҡытында әҙерләү, етерлек күләмдә яҡшы сифатлы орлоҡ һәм, әлбиттә, ер хужаларының фиҙакәр хеҙмәте — уңыш нигеҙе. Краснокама ерендәге ун ауыл хужалығы предприятиеһында 80-дән ашыу крәҫтиән (фермер) һәм ун меңдән күберәк шәхси хужалыҡта халыҡ тырышып эшләне. Кама буйындағы һабантуй майҙанында ауыл хужалығы алдынғыларының исемдәре яңғыраны, улар, күркәм биҙәлгән сәхнәгә сығып, район етәкселеге ҡулынан ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары алды. Иң алдынғылар булып “Заря”, “Урал-Агро” һәм “Маяҡ” хужалыҡтары танылһа, мал ҡышлатыу йомғаҡтары “Алға” тоҡомсолоҡ заводын, “Маяҡ” агрофирмаһы менән “Восход” йәмғиәтен яҡшылар рәтенә индерҙе.
Райондың “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәрен йөрөткән 17 сәнғәт коллективы ағзалары, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары алдынғыларға сағыу сығыштар бағышланы, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы тиңһеҙ батырлығына һәм тылдағы көсөргәнешле хеҙмәтенә, район тарихына, Әҙәбиәт йылына арналған вокаль-хореографик композиция күрһәтте.
Сәхнәнән ағылған йыр-моң аҫтында ике тиҫтәгә яҡын майҙансыҡта төрлө бәйге, күңелле уйындар ойошторолдо. Был юҫыҡтан спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы айырып әйтеп китеү урынлы булыр. Былтыр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йыл йомғаҡтарын барлағанда, биш номинацияның барыһында ла район призлы урындарға лайыҡ булғайны. 32 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән 42 район араһында Краснокама биш йыл инде абсолют беренселекте ҡулдан ысҡындырмаһа, ауыл спорт уйындарында унынсы йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Шуға һабан байрамының утын тоҡандырыу хоҡуғы алдынғы тренер-спортсы Марсель Низаметдинов менән күп ярыштар призеры, скелетон буйынса Рәсәйҙең йәштәр командаһына кандидат Луиза Әхтәмоваға бирелеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәне.
Ҡыҫҡаһы, ауыл хужалығының бар тармаҡтарында һәм социаль өлкәнең бөтә йүнәлештәрендә лә эштәре яйлы барған краснокамалар бай йөкмәткеле халыҡ байрамы үткәрҙе. Күңелле ялдан һуң улар үҙҙәренең көндәлек эштәренә яңы дәрт менән тотондо.