Изге ниәттә аяҡ баҫайыҡ16.06.2015
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле ҡәрҙәштәр! Бөгөн ҡояш байыу менән, иншаллаһ, изге Ҡөрьән индерелгән, Ислам дине терәктәренең береһе булған Рамаҙан шәриф айына аяҡ баҫабыҙ. Байрам айҡанлы барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем!
Ураҙа мәле – тәҡүәлек, Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәргә һәм ярамаған нәмә­ләр­ҙән тыйылырға өйрәнеү осоро. “Кем дә кем был ғибәҙәтте үтәп тә, насар уй-фе­кер­ҙән, һүҙ­ҙән, эштән туҡтамай икән, Раб­бы­быҙ уның асығыуына мохтаж түгел”, – ти­гән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм. Тимәк, Рамаҙан айы – бөтөн яҡтан тәр­­биә­лә­неү, пакланыу, гонаһтарҙан арыныу, изгелек игеү мәле. Раббыбыҙ ҡуш­ҡан­дарҙы үтәп, сабырлыҡта, бер­ҙәм­лектә, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, ярҙамлашып, киләһе көнгә ышаныс менән йәшәргә яҙһын.
Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың мосолман өммәте йәмғиәттәге татыулыҡты һаҡлауға, халыҡ, дин, конфессия-ара бәй­лә­нештәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индерә. Уның тулы мәғәнәле тормошта йәшәүенә, үҫешенә – мәсеттәр төҙөлөүенә, дини уҡыу йорттары асылыуына, халыҡтың күп­ләп иманға ҡайтыуына – шаһитбыҙ. Һөҙөмтәле эшмәкәрлек дәүләт етәк­се­леге, йәмғиәт тарафынан ыңғай баһалана.
Изге эш артабан да уңышлы дауам итһен, халҡыбыҙға тыныслыҡ, муллыҡ, бә­хет насип булһын. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡыл­һын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изге ай мөбәрәк булһын, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад