Мәҙәни кимәлебеҙ сағыла16.06.2015
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “АRT-UFA-2015” нәфис форумына ярашлы ойошторолған һынлы сәнғәт күргәҙмәһен ҡарап сыҡты.

“ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында 2 мең­гә яҡын живопись, графика, скульптура, биҙәү-ҡулланма сәнғәтте, инсталляция әҫә­ре, фотолар урын алған. Сарала рес­публиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Ишембай, Бәләбәй, Бөрө, Яңауыл, Мәләүез һәм башҡа ҡалаларынан, Мәс­кәүҙән, Санкт-Петербургтан, Екатеринбургтан һәм Ҡур­ған­дан 300-ҙән ашыу рәссам, сәнғәт эшмәкәре ҡатнаша. Үҙ экспозицияларын шулай уҡ му­зейҙар, галереялар, күргәҙмә залдары, ижади берекмәләр, художество уҡыу йорттары, балалар художество мәктәптәре тәҡдим итә.
Күргәҙмәнең ижади етәксеһе, сәнғәт белгесе, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәү­ләт художество музейы директоры урын­баҫары Светлана Игнатенко әйтеүенсә, экспонаттар сәнғәт төрҙәре буйынса төр­көм­дәргә бүлеп ҡуйылған. Күргәҙмә Баш­ҡорт­остандың һәләтле мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәрҙәренә, рәссамдарға, скульп­тор­ҙарға, ижад кешеләренә бай булыуын асыҡ са­ғылдыра, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Ул республиканың Заманса һынлы сәнғәт музейын ойоштороу мәсьәләһе ҡаралыуы хаҡында ла һөйләне.
— Тиҙҙән эскиз эшләүгә тотонасаҡбыҙ. Артабан инде проектлау эшен башларға мөмкин. Өфөлә музей өсөн ҡулай урын һайларға кәрәк. Төҙөлөш әллә ни ҡиммәткә төшмәйәсәк. Заманса конструкцияларҙы тиҙ арала ҡорорға мөмкин. Минеңсә, проектҡа кәмендә — ике, иң күбе өс-дүрт йыл ваҡыт китер. Рәссам йорто, Сәнғәт йорто мотлаҡ булырға тейеш, — тине ул.
“ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡат­нашыусылар нәфис форумға килерме?” тигән һорауға төбәк Башлығы: “Делегациялар вәкилдәре күргәҙмәне ҡарап, республикалағы сәнғәт мәктәбенә мотлаҡ баһа бирер”, — тип яуапланы. Уныңса, саммитта ҡат­на­шыу­сылар ғына түгел, ғөмүмән, республиканың барлыҡ халҡы әҫәрҙәрҙе күрергә тейеш.



Вернуться назад