Хеҙмәт кешеһенә — хөрмәт16.06.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Иҫке Балтас ауылында һабантуйҙа ҡатнашты һәм халыҡты Рәсәй көнө, райондың 85 йыллығы, яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы, алдынғы эшсәндәргә — наградалар, йәштәргә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттары тапшырҙы.
— Беҙ бөйөк илдә, гүзәл республикала, һоҡланғыс төбәктә йәшәйбеҙ. Тыуған илебеҙҙең ҡеүәтле, күркәм дәүләткә әүерелеүен, балаларыбыҙға лайыҡлы киләсәк теләйбеҙ. Шуға күрә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ватаныбыҙҙың ныҡлы терәге булған тырыш эшсәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бергәләп яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.
Һабантуй башланыр алдынан төбәк етәксеһе ауыл хужалығы предприятиеларының тирмәләрен ҡарап сыҡты. Ижади коллективтарҙың сығышы, төрлө спорт ярыштары, район алдынғыларының парады барыһының да күңеленә хуш килде.
Бүләкләнгәндәрҙең исемлеге һәм республика етәксеһенең сығышы Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫыла.