Игелеклелек байрам бүләге генә түгел16.06.2015
Ата-әсә фиғеле, балаға мөнәсәбәт йәки сабый ҡәҙере, уны лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләү, үҫтереү мәсьәләләре тураһында элеккесә фекерләп, күнегелгән рәүештә яҙыу йәки һөйләү хәҙерге заманда мөмкин түгелдер. Сөнки, әллә тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһо шулай көслөмө, йә иһә ата-бабанан бирелә килгән яҡты ғәҙәттәр онотоламы, ата-әсәнең балаһына мөғәмәләһендә һәм балаларҙың үҙҙәренә ғүмер биргән кешеләргә ҡарашында һиҙелерлек үҙгәрештәр бар. Һәм аҙ ғына булһа ла уйлай белгән кешеләрҙе был хәл хафаға һала.

Генетик яралғылары берҙәй үк булыуға ҡарамаҫтан, сабый әсәһе йәки атаһының клоны булып тыумай. Йән менән бергә тәби­ғәт һәр кемгә үҙ килеш-килбәтен, холоҡ-фи­ғелен бирә. Һәләте лә, булдыҡһыҙлығы ла һәр кешенең – тик үҙенеке. “Бала тыуһын ине, атаһы юлын ҡыуһын ине”, – тигән хаҡ теләктәрҙе ҡабат-ҡабат тәҡрарлаһаҡ та, үҙгәрә тороусы тормош, матди һәм рухи донъялағы кеше аңына йоғонто яһаусы шарттар балаларыбыҙҙы үҙ юлына тарта, башҡасараҡ холоҡло кеше итеп үҫтерә. Ошо процеста тышҡы факторҙар ғаиләләге әхлаҡи традицияларҙан да, быуындан быуынға күсә килеүсе рухи ҡиммәттәрҙән дә көслөрәк булып сыға.
Элек, коммунистик хакимлыҡ йылдарын­да, әҙәби әҫәрҙәрҙә, матбуғатта балалар, башлыса, бәхетле яҙмышлы, тормош юлын­да фәҡәт аяҙ офоҡтарҙы ғына күргән өҫ­төнлөклө-социаль төркөм тип һүрәтләнә килде. “Бөтөн яҡшы нәмә – бала­лар­ға!” – был доктрина хәҙерге либерал-демок­раттарҙа мыҫҡыллы йылмайыу уятыуы ихтимал, әммә ул ил хакимиәтенең етди эш-ғәмәлдәре менән нығытыла торғайны, балалар тураһындағы хәстәрлек оҙайлы, системалы программа рәүешен алғайны. Мин инде инҡилаптан һуң һәм яңы властың етемдәргә ризыҡ, баш терәр урын, тәрбиә, белем биреүҙе тәүге бурыстарҙың береһе тип һанағанын иҫкә алып тормайым. Был – тарих сәхифәләренә ингән хәҡиҡәт. Үҙем дә, хәләлем дә, атайҙарыбыҙ яуҙа башын һал­ғас, әсәйҙәребеҙгә арҡаланып, хәстәрлекле дәүләтебеҙ барлығын даими тойоп үҫтек, уҡыныҡ, донъя ҡорғас, нығындыҡ.
Әсәйем Мөнирә Ғарифулла ҡыҙы ла, ҡәйнәм Бибиғәйшә Шаһивәли ҡыҙы ла өсәр бала менән ҡалған. Ҡалған, әммә, иманым камил, балаларын дәүләт ҡарауына тапшырыу һәм әсәлек бурысын шулай еңеләйтеү уйы ғәзиздәребеҙҙә һис ҡасан булмағандыр. Үҙендә бәләкәй генә ғорурлыҡ булғанда ла әсә кеше балаһын сит-ят ҡулында тил­мертмәҫ, бишекте лә тирбәтер, асып инер ишекте лә табыр. Балаға тигәндә, әсә ҡөҙрәте сикһеҙ.
Һәммәбеҙгә билдәле хәлдәрҙе, йөрәкте борсоп, йәнә ниңә яңыртам һуң әле? Бала, ата-әсә, ғаилә тураһында күп яҙылған, яҙы­ла һәм артабан да яҙыласаҡ. Сабый әсә менән ата мөхәббәтенән донъяға килһә лә, балалар менән уларҙан алда тормошҡа аяҡ баҫҡан быуындар араһында бер-береһен аңламау, хатта фекерҙәр ҡаршылығы һәр саҡ йәшәп килгән. Быуындар бәхәсен ижти­мағи-сәйәси шарттарҙың үҙгәреүе генә юҡҡа сығара алмаған. Киреһенсә, илдә тотороҡ­лолоҡ ҡаҡшаған һәм социаль-иҡтисади буталыштар көсәйгән һайын ул кешеләрҙең психик хәленә нығыраҡ йоғонто яһай. Әгәр йәмғиәттә бер-береңде аңлау, ярҙамсыл­лыҡ, ихлас мөнәсәбәттәр юҡ икән, шундай уҡ кәйеф, бәлки, киҫкенерәк формалар алыптыр, ғаиләләргә лә күсә. Тирә-яҡтағы афәттәрҙән баланы атаның тәүәккәллеге, булдыҡлылығы, әсәнең наҙы, хәстәрлеге һаҡ­ларға тейеш тә бит, ләкин ғәмәли ысынбарлығыбыҙ ошо һуңғы таяныстың да ышанысһыҙ була барыуын раҫлай.
Быуындар араһындағы бәхәстәрҙең клас­сик миҫалы рәүешендә, ғәҙәттә, Иван Тургеневтың “Атайҙар һәм балалар” әҫә­рендәге сюжетты килтерәбеҙ. Хәҙерге тормош менән сағыштырып ҡарағанда, дво­рян­дарҙың ул саҡтағы бәхәстәре ниндәй эш менән шөғөлләнергә белмәй яфаланған байҙарҙың балаларға хас үпкәләшеүе генә булған икән. Иван Сергеевич өлкәндәр йәмғиәте менән кескәйҙәр араһында алып барылған ысын һуғыш хәрәкәттәренә бөгөн шаһит булһа, әҫәрен зыялыларса либераллек рухында яҙа алыр инеме икән? Төрлө быуындар араһындағы низағ, бәлки, элекке замандарҙа ла быҫҡып, гөлтләп ҡабынып китеү өсөн үҙ ваҡытын ғына көтөп ятҡан­дыр? Кем белә, принципиаль ҡапма-ҡар­шылыҡтар элегерәк уртаҡ әхлаҡи ҡим­мәт­тәр, ололоҡ һәм кеселек традициялары һымаҡ дөйөм раҫлауҙар пәрҙәһе артында ҡалалыр. Шул уҡ ваҡытта белгестәр һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә йәмғиәт­тәге кәйефтәрҙең тамырынан үҙгәреш кисереүен раҫлай. Бөгөн “Аталы бала – арҡалы, әсәле бала – иркәле”, тип ышаныс менән әйтеп тә булмай. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, ел-ямғырҙарҙа нығынған өлкәндәр ҙә ебеп төшкән заманда донъяға яңы ғына күҙен асҡан сабый ни хәл ҡылырға тейеш? Балалар ата-әсәләренән дә бигерәк үҙ ваҡытына оҡшай тигән хәҡиҡәт һәр бере­беҙгә мәғлүм булһа ла, беҙ, өлкәндәр, үҙебеҙ бар иткән заманды түгел, ә шуның әшәкелектәренә сумырға мәжбүр ителгән балаларҙы ғәйепләргә маташабыҙ. Әгәр йәмғиәт кескәйҙәрҙе яҙмыш упҡынына ташланы ла уларҙың сәбәләнеүен иҫ китерлек битарафлыҡ менән ҡарап тора, тип раҫлаһаҡ, был бик йомшаҡ баһа булыр. Ғәмәлдә, үҙебеҙ йән биргән заттарға ҡаршы үҙебеҙ аяуһыҙ һуғыш алып барабыҙ.
Аңлы әҙәм булып тыуған, белемле, терек­лектең таянысы вазифаһын йөкмәгән кешене тәбиғи инстинкты һәм һиҙемләүе менән генә йәшәгән хайуандар менән бер рәткә ҡуйыу, әлбиттә, әхлаҡ ҡанундарына һыймай. Шул уҡ ваҡытта хис-тойғонан мәх­рүм януарҙарҙың, ҡош-ҡорттоң балаһын иң һуңғы сиккә ҡәҙәр, хатта үҙ ғүмерен биреп ҡурсалауын да беләбеҙ. Улай ғына ла түгел, риүәйәттәр әйтеүенсә, ағыулы йыландар, зәһәр йыртҡыстар ҙа сабыйға теймәй икән. Алдымда – “Комсомольская правда” гәзите һәм унда баҫылған “Мама, не делай этого! Не выкидывай меня!..” тигән мәҡәлә. Бала­һын бишенсе ҡат тәҙрәһенән ырғытҡан һәм артынан үҙе лә һикергән ҡатындың йөрәкте ярырлыҡ енәйәте тураһында ул. Бынан алдараҡ Мәскәү өлкәһендәге Долгопрудный ҡалаһында ла әсә кеше ике малайын тәҙ­рәнән ташлап үлтергәйне. Әлеге ханым­дарҙы таш йөрәклелектә ғәйепләп тә, хатта ҡәһәрләп тә булалыр, ләкин бер генә ғәмәл дә сәбәпһеҙ башҡарылмай.
Ил-йорт имен саҡта, һыныҡ икмәк тура­һында уйланмағанда, иртәгәһе көндөң имен килеренә ышанғанда, әҙәм балаһы еме­реүҙе түгел, бәлки төҙөүҙе генә хәстәрләй.
Ирҙәр араһында, мәғлүмдер, ғаиләгә, бала тәрбиәләүгә еңелсә мөнәсәбәт борон-борондан йәшәп килә, ләкин донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәттән бирелгән булмышынан ситләшеүе – ҡәһәрле заман­дың иң ҡәһәрле зәхмәтелер. Бер ваҡыт, аңға килеп, балаларыбыҙ ғүмеренә һәм намыҫына ҡаныҡҡан ҡәбәхәттәрҙе ауыҙ­лыҡлай ҙа алырбыҙ. Тормошто дауам итеү логикаһына тоғро ҡалһаҡ, алдағы тормошта йәшәйәсәк балаларыбыҙға ҡаршы һуғышты, ниһайәт, туҡтатырбыҙ. Сөнки был донъяла телһеҙ менән дә һөйләшергә һәләтле әсә­ләр, йөрәген улының күкрәгенә һалырлыҡ атайҙар, Аллаға шөкөр, әле күптер.
Әҙәм балаһының уйы, мөхәббәте менән нәфрәте, уларҙы бүтәндәргә еткерер теле бар. Барыбыҙҙың да теле “әсәй” тип асыла һәм баҡыйлыҡҡа киткәндә лә шул изге һүҙҙе юлдаш итәбеҙҙер. Ватан, икмәк, ер-һыу һәм ҡояш кеүек төшөнсәләр аңыбыҙға, унан телебеҙгә һеңә. Икмәктең тәмен ысынлап асыҡҡас татыған һымаҡ, туған телеңдең ҡә­ҙерен, мәңге һайыҡмаҫ тәрәнлеген, моңон ул сәйәси-конъюнктур мөхиттә ауға эләккән ҡошсоҡ кеүек сәбәләнгәндә генә аңлай баш­лайһың. Кеше рухи донъяһынан ситләшә барһа, ул ят мәҙәни мөхит субъектына әйләнә. Уның, әлбиттә, белемле, һөнәри әҙерлекле, сит ил телдәрен өйрәнгән шәхес булып, йәмғиәттә үҙ дәрәжәһен юғары тотоп йөрөүе ихтимал, шул уҡ ваҡытта, әсә теле күңелендә гелән һайрап тормаһа, ул кешенең зыялылығы китек булмаймы икән?
Инглизсә, испанса, французса аңлаша алыу әҙәм балаһының даирә офоҡтарын бермә-бер киңәйтеп ебәрһә лә, ата-әсәң бүләк иткән телдә һөйләшеү нин­дәй рәхәт! Күп халыҡ араһында үҙеңде иркен тотоу туған телеңдә һәм мәҙәниә­теңдә тарһыныу кисереү түгел, сөнки ысын мәғәнәһендә зыялы кеше, донъя мәҙәни мөхитенә тәрәнәйә барған һайын, үҙ туған теле, әҙәбиәте, сәнғәтенең байлығын көслө­рәк баһалай ала. Был – тәбиғи хәл.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Илемдә илемде һағынам” тип аталған шиғыры бар. Бер уйлаһаң, шул ил балаһы булып та, уны һағыныу мөмкин түгел дә инде. Ә үҙ мөхитеңдә йәшәп, туған телеңдән мәхрүм булыуҙың сәбәптәрен ҡайҙан һәм кемдәрҙән эҙләргә? Ғөмүмән, эҙләргә кәрәкме? “Башҡортостан Республи­каһы халыҡтарының телдәре тураһында” Закон ҡабул ителгәндә документ үҙ эсенә аралашыу сараһы булараҡ ҡоралды ғына алғанмы, әллә тел дөйөм рухи категория рәүешендә йөрөргә тейешме? Был һорауҙарҙы Законды әҙерләгән саҡта уҡ бирергә кәрәк булғандыр.
Милләт, тел мәсьәләләрен йәмғиәттәге ниндәйҙер өлкә менән сағыштырып булмай – һаҡһыҙ ҡағылма, ватаһың, һүҙ уйнатма, уймаҡ сығарырһың, йәшертен уй йөрөтмә, яманлыҡҡа юл яраһың. Хәйер, изге ихтыяр һәм яҡты уй булмаһа, һәр йәһәттән уйлап әҙерләнгән закондар ҙа инҡар иткеһеҙ ҡанун дәрәжәһенә етә алмай. Башҡортостанда әлеге Законды ҡабул итеү күп милләтле республика өсөн сәйәси йәһәттән айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Телде ҡуллана белеү мәҙәниәте йәмғиәт өсөн һис ҡасан да иҫкермәҫ проблема булып ҡала. Тел һәр даим үҫештә, ул ҡулланыу мөхите үҙгәреүгә бәйле йә байыу, йә шул байлыҡты онотоу осорҙарын кисерә. Шуныһы ғәжәпләнерлек: йәмғиәт дөйөм мәҙәнилек дәрәжәһенә өлгәшкән һайын тел проблемаһы ҡатмарлаша бара. Был көндә­лек тормошта рус теленең ҡулланыу даирәһе киңәйеүе менән генә бәйләнмәгән, бәлки йәш быуын донъя телдәре мөхитенә тәрәнерәк үтеп ингән һайын, әсә теленән йыраҡлаша бара. Үҙ мөхитендәге һәр тел менән дә гармониялы мөнәсәбәттә булған кешене табыуы көндән-көн ауырлаша.



(Аҙағы бар).


Вернуться назад