Өлкәндәр өсөн “тормош һабаҡтары”13.06.2015
Яратҡан яҙыусың менән осрашыу – һирәк тейгән форсат. Әгәр әҙип нәфис һүҙ оҫтаһы ғына түгел, йәмәғәт эшмәкәре, үҙ халҡының, милләтенең мәҙәниәте, туған теле үҫеше өсөн күп көс һалған шәхес тә булһа, бындай күрешеүҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Күптән түгел район зыялылары республикала киң билдәле, үҙенсәлекле шәхес, хәҙерге башҡорт әҙәбиәте прозаигы, тормоштоң асылын үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙә күргән Ил инәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева менән осрашты.
Әҙибә беҙҙең районға саҡырыу буйынса килгәйне. Әҙәбиәт йылына арнал­ған осрашыуҙы район хакимиәте, “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһы, район хаки­миәтенең мәғариф идаралығы, мәҙә­ниәт бүлеге, “Ынйы” ҡатын-ҡыҙҙар клубы, “Ағинәйҙәр ҡоро”, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо.
Район буйлап сәфәрен Мәрйәм Бураҡаева район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов менән осрашыуҙан башланы. Артабан ул Ибрай ауыл Советы хакимиәте етәксеһе Ғәли Шакиров, “Һомай” фольклор коллективы ағзалары менән осрашты. Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбендә райондағы иң әүҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе Сәриә Яруллина туған тел уҡытыусылары семинарына яраштырып VII класта “Тормош һабаҡтары” фәне буйынса асыҡ дәрес үткәрҙе. Унда баш­ҡорттарҙың бөгөнгө көнитмеше төрлө яҡлап сағылдырылды, халҡыбыҙҙың туған телен, тарихын, сәнғәтен, милли йыр-моңон һаҡларға ынтылыуы күрһәтелде.
Ошо уҡ мәғариф учреждениеһында тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия яһалды, әҙибә өлкән класс уҡыусылары, педагогия коллективы менән әңгәмә ҡорҙо. Яратҡан уҡыу әсбабы авторын күреү һәм уға һорауҙар биреү мөмкинлеге булғанға уҡыусылар шат ине. Әйткәндәй, билдәле шәхес менән осрашыуға ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм педагог-пенсионерҙар ҙа килгәйне.
Көндөң икенсе яртыһында Мәрйәм Бураҡаеваны район үҙәгендә ҡаршы алдылар. Ул бында Ҡыйғының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын, үҙәк китапхананы күреп сыҡты. Мәҙәни мираҫыбыҙ, туған тел, тормош маҡсаты тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ булды, район хакимиәтенең ултырыштар залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, тиһәң дә арттырыу түгел. Осрашыу йәнле әңгәмә рәүешендә үтте. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы халыҡ менән йәш быуынға тәрбиә биреү мәсьәләләрен тикшерҙе, туған телде һаҡлау, балаларҙы үҙ халҡы мөхитендә тәрбиәләү мәсьә­лә­ләренең ни өсөн мөһим булыуын бил­дә­ләп үтте. Күп милләтле дәүләттә үҫеү­се­ләр ата-бабаһының күп быуатлыҡ мәҙәни традицияларын, донъяға ҡара­шын, фәлсәфәһен өйрәнергә тейеш, тип иҫәпләй ул. Шул уҡ ваҡытта уҡыуҙа иғтибар тәғәйен материалды үҙләште­реүгә генә бирелергә тейеш түгел, халҡыбыҙҙың милли психологияһын һәм эске донъяһын тәрән өйрәнеү кәрәк. Ғаиләлә аралашыу туған телдә булырға тейеш, тип иҫәпләй әҙибә. Нәҡ уның аша балалар менән ата-әсә араһында күҙгә күренмәҫ бәйләнеш ептәре барлыҡҡа килә. Тарихи тамырҙарын белеп үҫкән кеше үҙ бәҫен дә белә, халҡы менән дә ғорурлана.
Район үҙәгендәге осрашыу йылы мөхиттә үтте. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы аудиторияны ябайлығы, ихласлығы менән арбаны, әҙәбиәт тураһында һөйләште, бөгөнгө донъяға ҡарашын сағылдырҙы, үҙ тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғалар, ижади пландары тураһында бәйән итте, һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу барышында әҙибәнең “Арғымаҡ” китабының исем туйы булды. Был баҫма уҡыу­сыларҙың үтенесе буйынса ҡайтанан нәшер ителгән.
– “Арғымаҡ” йәшәү мәғәнәһен билдә­ләүҙә ярҙамсы булыр, китапты уҡыған­дарҙың Арғымаҡтың ялынан эләктереп алып атланырлыҡ көсө тупланыр, – тине әҙибә.
Район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов Ҡыйғыға килергә ваҡыт һәм мөм­кинлек тапҡаны өсөн Мәрйәм Бураҡаеваға рәхмәт белдерҙе, “Йәйләү” балалар лагерының эше менән ҡыҙыҡһынды. Саранан һуң ҡыйғылар “Арғымаҡ” китабын һәм автограф алыу мөмкинлегенән файҙаланды.





Вернуться назад