Берҙәмлектә – бәрәкәт13.06.2015
Кисә Рәсәй көнө айҡанлы һәр урында тиерлек тантаналар, күңелле саралар уҙҙы. Илебеҙҙең иң йәш байрамдарының береһе 1990 йылдың 12 июнендә Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүе, артабанғы йылдың ошо уҡ көнөндә тәүге Президентыбыҙ һайланыу менән бәйле.
Башҡортостан халҡы Салауат Юлаевтың тыуыуына 261 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуҙың 441 йыллығын да билдәләп үтте. Баш ҡалабыҙ халҡы һәм ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн киң байрам программаһы әҙерләнгәйне. Көндөң аяҙлығы рәхәтләнеп ял итеү, күңел асыу мөмкинлеге бирҙе.
Өфөлә байрам саралары Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументына сәскә һалыуҙан башланып китте. Совет майҙанында был мәлдә Башҡортостан тынлы оркестрҙарының марш-парады бара һәм республика Балалар хорының концерты яңғырай ине.
Ленин исемендәге майҙанда үткәрелгән театрлаштырылған тамаша “Тарих биттәрен аҡтарып...” тип аталды. Әҙәбиәт йылы уңайынан Өфө тарихы әҙәби геройҙар аша күрһәтелде. Тамашаны алып барыусылар төп иғтибарҙы ҡаланың нисек үҫә барыуына, өфөләрҙең Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән өлөшөнә йүнәлтте. Төштән һуң майҙандағы сәхнәне ижади коллективтар, шул иҫәптән балалар һәм үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары биләне. Ошо уҡ урындағы Рус дәүләт академия драма театры алдында ҡул эштәре һәм һөнәрмәндәр ижады күргәҙмәһе йәйелдерелде, халыҡ иғтибарына шулай уҡ социаль темаға плакаттар тәҡдим иттеләр. Был һүрәттәр “Ҡала мөхите” халыҡ-ара социаль реклама фестиваленең ун йыл дауамында тупланған иң яҡшы әҫәрҙәре иҫәбенән һайлап алынған.
Әйткәндәй, “Ҡала мөхите” фестивале үҙе айырым байрам программаһы әҙерләгәйне. Унда бейеү һәм йыр коллективтары, Өфө рәссамдары һәм шағирҙары сығыш яһаны. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы телетапшырыуҙарын алып барыусылар, радио дикторҙары һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында шоу-программа булды.
Байрам саралары баш ҡаланың барлыҡ райондары майҙандарында барҙы. Китапханалар тематик күргәҙмәләр, әҙәби осрашыуҙар ойошторҙо. Музейҙар иһә ҡала тарихында ҙур билдәлелек алған өфөләргә бағышлап ижад ителгән экспозицияларын асты. Кинотеатрҙарҙа, мәҙәниәт һарайҙарында, парктарҙа ла төрлө мәҙәни саралар, спорт ярыштары гөрләп торҙо. Ҡала көнө алдынан ғына Менделеев һәм Урман техникумы урамдары киҫешкән урында өс метр бейеклегендәге ат скульптураһы ҡуйылыуы ла байрамға мәртәбә өҫтәп ебәргәндәй булды.
Автоһәүәҫкәрҙәр әҙерләгән сара үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо: Өфө урамдары буйлап үткән был колоннаның хәрәкәте машиналарҙан “Рәсәй” һүҙен хасил итеү менән тамамланды.
“ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексының конгресс-залындағы сара был көндәге байрам тантаналарының иң һуңғыларынан булғандыр, моғайын – кис бында “Арт-Өфө” тип исемләнгән рәссамдар форумы асылды. Уны республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм “Мәрхәмәт” шәфҡәтлелек фонды ойошторғайны.
Ә ҡараңғы төшөү менән байрам рухы хатта болоттарға ашҡандай булды – Өфө күген Ленин исемендәге майҙандан атылған төрлө төҫтәге ғәйәт матур салют балҡытты.