“Үҫеш мөмкинлеге аныҡ билдәләнгән”13.06.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың Инвестиция Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма бирҙе.
– Республика Башлығы иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һәм төп үҫеш нөктәләрен үҙ ваҡытында һәм аныҡ билдәләне. Мөрәжәғәтнамә үҙе үк инвестиция йәлеп итеү мәсьәләләренә мөһим иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләй. Эш ябай түгел. Унда бик күп ведомстволар һәм предприятиелар йәлеп ителгән, — тине Константин Толкачев.
Уның әйтеүенсә, республика иҡтисадының тотороҡло үҫеше инвестиция шарттарына бәйле.
– Үҙ ваҡытында беҙ төрлө льготалар һәм ташламалар биреү буйынса ҡануниәт өлкәһендә етди эш башҡарҙыҡ. Әммә, төбәк Башлығы әйтеүенсә, артабан да алға барырға, ҡануниәт биргән мөмкинлектәрҙе ғәмәли йөкмәтке менән һуғарырға кәрәк. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү шарт, – тине Константин Толкачев. – Республикабыҙ ресурстарға бай. Ошоға нигеҙләнеп, эш әүҙемлеген арттырыу йәһәтенән эске мөмкинлектәрҙе тупларға кәрәк.