2011 йылдың 17 декабрендә “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Уйландыра ауылым яҙмышы” (авторы — Самат Ғәлин) мәҡәләһендә күтәрелгән проблемалар беҙгә яҡшы билдәле.
Уларҙың күбеһе 2008 йылдың 9 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Арбитраж суды тарафынан урындағы Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативына ҡарата индерелгән банкротлыҡ процедураһынан һуң киҫкенләште. Конкурс идарасыһы итеп ҡайҙандыр килгән С.А. Спирин тәғәйенләнде, һәм ошо ваҡыттан элекке хужалыҡ мөлкәтен һатыу, таратыу башланды ла инде. Был эште ул, район етәкселегенең кәңәшенә ҡолаҡ һалмай, үҙ белдеге менән алып барҙы.
Хәлил ауылы биләмәһендә бөгөн 1 149 пайсыға ер бүлеп бирелгән, шуларҙың 701-е ергә ҡулына документ алды, 649 пайсының 2 856 гектар ерен килешеү нигеҙендә МТС-тың Әбйәлил филиалы ҡуртымға алған, йыл һайын сәсеү, урыу эштәре алып бара. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса һәр пайсыға 3 центнер күләмендә иген таратылған.
Хужалыҡты яңынан тергеҙеү өсөн көслө етәксе һәм күп сығым кәрәк. Бөгөн район етәкселеге был төбәккә инвестор йәлеп итеү юлдарын эҙләй.
Ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 1993 йылда амбулатория булараҡ төҙөлгән ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Социаль-иҡтисади нигеҙләүһеҙ, хужалыҡ ысулы менән төҙөлгән йорт баштан уҡ тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмаған. 2003 йылда, яңыртыу шарттарында, врач амбулаторияһы ФАП итеп үҙгәртелгән. Хәлил ауылы халҡын бөгөн Урал участка (15 километр алыҫлыҡта) һәм Асҡар үҙәк район (35 километр алыҫлыҡта) дауаханаһы хеҙмәтләндерә. “Ашығыс ярҙам” машинаһы, саҡырыу булған осраҡта, һәр ваҡыт барып етә. Бөгөн бында ФАП тотоу артыҡ күп сығым талап итһә лә, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү маҡсатында, уны ябып булмай. Район етәкселегенең был бинаны ҡарттар йорто итеп үҙгәртеү тураһындағы БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәте ыңғай хәл ителмәне.
Әлмөхәмәт — Сибай юлын төҙөү, республика программаһына ярашлы, 2012 йылда башланасаҡ. Асҡар — Хәлил юлында эште тамамлау өсөн проект экспертиза үтте, ул шулай уҡ 2012 йылда файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Әбделмәмбәт ауылы эргәһендә АЗС станцияһын 2012 йылдың II кварталында сафҡа индереү ҡаралған.
Ауылдағы һыу һаҡлағыс “Башмелиоводхоз” ойошмаһына килешеү нигеҙендә ҡуртымға бирелгән. Бында биш кешегә эш урыны булдырылған, законһыҙ ҡуйылған буралар алдырылды, ауыл халҡына һыу менән файҙаланыуҙа сикләү юҡ.
2011 йылда Хәлил ауылы биләмәһенә, раҫланған йыллыҡ бюджетынан һәм бюджет учреждениеларын финанслауҙан тыш, район бюджетының өҫтәмә килемдәре иҫәбенән 418 732 һум аҡса бүленде, был финанс ярҙамы Хәлилдә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын әҙерләүгә, бюджет учреждениеларына ремонт үткәреүгә, ауыл клубтарына музыка аппаратураһы алыуға, спорт инвентарын яңыртыуға йүнәлтелде.
Хәлил ауылы урамдарына ҡырсынташ түшәүгә 50 мең һум аҡса бүленде, уларҙы яҡтыртыуға 21 мең һум аҡса тотонолдо. Биләмәлә һыу трассаларын яңыртыу, ремонтлау, Хәлил ауылының Партизан һәм Салауат Юлаев урамдарына һыу үткәргес һалыу, колонкалар ҡуйыу эше 2012 йылда республика программаһына индереләсәк.
Шулай уҡ ауыл эсендәге юлдарҙы асфальтлау буйынса республика программаһына инеү маҡсатында Хәлилдең Дәүләтов һәм Совет урамдарына кадастр паспорты эшләнә, 4 километр оҙонлоғондағы был урамдарға асфальт һалыу ағымдағы йылда ҡарала.
Ауыл халҡы менән даими осрашып торабыҙ. Хәлилдә 2011 йылдың 22 февралендә район хакимиәте тарафынан ҡабул итеү ойошторолдо, әйтелгән тәҡдимдәр, һорауҙар буйынса саралар планы эшләнде, уның үтәлеүе контролдә тотола. 2011 йылдың 24 ноябрендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Хәсәнов халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе, һорауҙарға яуап бирҙе. Хәлил ауылы халҡы, райондың башҡа төбәктәрендәге кеүек, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә, үҙ эшен асыуҙа әүҙем, тәүәккәлерәк булһа, беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.
Рим СЫҢҒЫҘОВ,
Әбйәлил районының муниципаль
район хакимиәте башлығы.