Ҡыуандыра ла, уйландыра ла...13.06.2015
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Демография сәйәсәте концепцияһының тормошҡа ашырылыуына арналған видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Ил Хөкүмәте Премьер-министры билдәләүенсә, демография өлкәһендә байтаҡ мәсьәлә хәл ителгән.
– Егерме йылдан ашыу ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр халыҡтың тәбиғи артыуына өлгәштек. Ғүмер оҙайлылығы ла арта. Был күрһәткестәр — илдәге социаль тормоштоң бик мөһим факторы, — тине Дмитрий Медведев.
Хөкүмәт башлығы әйтеүенсә, демография өлкәһендә борсоуға һалған күренештәр ҙә юҡ түгел.
– Былтырҙан башлап үлем кимәле үҫә башланы. Быйылғы дүрт ай эсендә, йәғни ғинуарҙан алып апрелгә тиклем, күрһәткес 3,7 процентҡа артҡан. Быға эпидемиялар, социаль проблемалар, медицинаға бәйле мәсьәләләр сәбәпсе. Хәлде ныҡлы тикшерергә кәрәк, — тип белдерҙе ул.
Премьер-министрҙың билдәләүенсә, Рәсәйҙә табиптарҙың абруйы ҙур. Хөкүмәт уларға артабан да ярҙам күрһәтеү сараларын дауам итәсәк, эш хаҡын арттырыу мәсьәләһен дә ҡараясаҡ, тине Дмитрий Медведев.