Байрам айҡанлы тәбрикләү13.06.2015
Ил Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, Рәсәй көнө менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.

“Был байрам беҙҙе быуаттар дауамын­да күп милләтле халҡыбыҙ тарафынан ҡәҙерләп һаҡланған һәм быуындан быуынға тап­шыр­ған тамырҙарыбыҙға, ватансы­лыҡ­тың, граж­данлыҡтың, Тыуған илгә хеҙмәт итеүҙең бө­йөк ҡиммәттәренә йәлеп итә. Дәүерҙәр бәйләнешен үҫтерергә, атай-ола­тайҙа­рыбыҙ­ҙың йолаларын һәм аманатын һаҡларға, Рәсәйҙе яратырға, уның именлеге һәм сәскә атыуы хаҡына тырышып эшләргә тейешбеҙ”, — тиелә телеграммала.
Рөстәм Хәмитов исеменә ҡотлауҙарын шулай уҡ ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев һәм Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко ебәрҙе.
“Был байрамда күп быуатлыҡ тарихи йола­ларҙың күсәгилешлелеге лә, иҡти­садты, фән­де, мәҙәниәтте, социаль өлкәне үҫтереү мөм­кинлеген биргән дәүләте­беҙ­ҙең хәҙерге ҡаҙаныштары ла сағыла. Рәсәй яңы идеялар һәм өр-яңы мөмкинлектәр иленә әүерелһен өсөн күп көс һалабыҙ. Тыуған еребеҙҙең, балаларыбыҙҙың киләсә­ге яҡты булыуын теләйбеҙ”, — тиелә Дмитрий Медведевтың ҡотлауында.
Валентина Матвиенко телеграммаһында республика Башлы­ғына һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләй.




Вернуться назад