Бәхетленең байрамы ла, ҡунағы ла бергә тигәндәй, Рәсәй көнө алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүсе төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡ белгестәре өсөн уртаҡ сифат – хеҙмәткә һөйөү, яуаплылыҡ, оҫталыҡ.Уларҙың һөнәри кимәлен Башҡортостан етәксеһе юғары баһаланы.
– Йәш быуынға өлгөһөгөҙ. Бөгөн республикабыҙҙың бик күп тармаҡ буйынса алдынғылар рәтендә килеүендә һеҙҙең кеүек эшһөйәрҙәрҙең өлөшө ҙур, – тине ул.
“Башинформсвязь” компанияһының Сибай филиалы инженеры Гөлнур Сәфәрғәлина, мәҫәлән, элемтә өлкәһендә утыҙ йылға яҡын эшләй. Телефон, интернет, телевидениеһыҙ бөгөнгө тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмағас, был һөнәрҙең мөһимлеге, кәрәклеге хаҡында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Иң мөһиме – йәмғиәт Гөлнур Азамат ҡыҙы ише профессиональ кадрҙарына таяна. Бөгөн иһә Гөлнур Сәфәрғәлина “Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе” тигән маҡтаулы исем алып һөйөндө.
– Яратҡан эштең ауыры, ҡыйыны булмай. Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй, тигәйне бер остазым. Ғүмерем буйы ошо фатихаға тоғро ҡалырға тырыштым. Форсаттан файҙаланып, ил, республика етәкселегенә һәм, әлбиттә, туған коллективыма рәхмәтемде еткерәм, – тине Гөлнур Азамат ҡыҙы.
“Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән исем алып ҡыуанған Альберт Асатрян хаҡында ла һүҙ әйтмәү мөмкин түгел. Әрмән йәкшәмбе мәктәбенең директоры ул. Ғүмер буйы Башҡортостанда йәшәгән.
– Ошо изге ерҙә төпләнеүем менән мең тапҡыр бәхетлемен. Республикала һәр милләт вәкиле үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә алһын өсөн киң шарттар тыуҙырылған. Ҙур рәхмәт! — тине Альберт Аршутович.
Дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына саҡырылғандарҙың һәр ҡайһыһы, уларҙың ҡаҙаныштары, шәхси сифаттары тураһында әллә күпме һөйләрлек, әлбиттә. Ҡайҙа, ниндәй тармаҡта мәшғүл булһаң да, һайлаған һөнәреңә тоғролоҡ, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу аша ғына ошондай бейеклектәргә өлгәшергә мөмкиндер.