Лукашенко ла килә10.06.2015
Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарында Белоруссия Президенты Александр Лукашенконың ҡатнашыуы көтөлә.

– БРИКС саммитының асыҡлығын хуплай­быҙ, шуға ла аныҡ йүнәлештәр буйынса әүҙем хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ. Беҙҙә айы­рыу­са сараға ярашлы финанс институты – Яңы үҫеш банкы – ойошторолоуы ҙур ҡыҙыҡ­һыныу уятты. Улар менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә ынтыласаҡбыҙ, – тип хәбәр итә Белоруссия Республикаһының сит ил эштәре министры Владимир Макейҙың фекерен РИА “Новос­ти” агентлығы.
А. МИҢЛЕЙӘРОВА.


Вернуться назад