“Башҡортостан” гәзитенең ауыл тормошон яҡтыртыуға, ҡытыршы мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә иғтибарҙы арттырыуы маҡтауға лайыҡ.
Рәшит Кәлимуллиндың быйылғы 5-се һандағы “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...” тигән мәҡәләһе лә – шуға миҫал, тик ул мине хәүефкә һалды һәм тулҡынландырҙы.
Колхозда бил бөгөп эшләгән кешеләр бер ҙә колхоздың бөтөрөлөүенә ҡыуанмай. Эйе, колхоз тормошонда ауырлыҡтар булды һәм быны бер кем дә инҡар итмәй. Улар ойошторолоуға ун йыл ғына тигәндә дәһшәтле һуғыш башлана. Был һуғышта ла колхоз “ҡолдары”, илемде һаҡлайым тип, тыныс тормошта ҡулланған эш ҡоралдарын ҡатынына һәм балаларына ҡалдырып, ҡулына утлы ҡорал ала. Емерелгән меңдәрсә ҡала һәм ауылды аяҡҡа баҫтырырға тура килде совет халҡына.
Бөлгөнлөккә төшкән ауылдарҙа ла тормош йәнләнә башлай. Ә үткән быуаттың 60-сы йылдарында колхоздарҙа хеҙмәткә аҡсалата түләүгә күстеләр. Ошондай ауыр заманда ла Совет хөкүмәте балаларҙы бушлай уҡытты, халыҡҡа түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтте, ҡарттарға пенсияһын түләне. Ул дәүерҙә бәләкәй генә ауылдың да үҙ мәктәбе һәм магазины булды.
Кәлимуллиндың мәҡәләһендә иң ҡыҙығы (ә, бәлки, ҡыҙғанысы ла) шул: автор иҫәпләүенсә, ауылдарҙың һаман да бөтәйеп аяҡҡа баҫып китә алмауында, эскелектең ғәйәт киң таралыуында колхоз ҡоролошо ғәйепле! Уға тәҡдимем шул: райондар буйлап йөрөгәндә элекке колхоз дәүерендә эшләгән кешенән: “Ул заманда ауылда эскелек булдымы?” – тип һорағыҙ. Шунан уны бөгөнгө күренеш менән сағыштырып ҡарағыҙ.
“Әле ауылда күмәк хужалыҡ ойошторорға кем ҡамасаулай, хәҙер бер ниндәй ҙә сикләү юҡ бит”, – тип яҙа автор. Был сикләүҙәрҙе дәүләттең бөгөнгө сәйәсәтенән эҙләргә кәрәк. Фермерлыҡ эшен башлап ебәреү өсөн генә лә ниндәй ҡаршылыҡ аша үтергә тура килә – ергә һалымдың, ҡуртым өсөн түләүҙең, яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы ай һайын күтәрелеүе күп кешегә эш асырға мөмкинлек бирмәй, йыш ҡына башлағанын да туҡтатырға мәжбүр итә. Совет иленең ҡеүәтле ауыл хужалығы тармағын ҡырағай капитализм тамам емерҙе. Бының өсөн Рәсәй дәүләте бөтөрөүсе (ликвидатор) кадрҙар әҙерләп алды. Был кадрҙар, үҙ сиратында, колхоз-совхоздарҙың, бүтән предприятиеларҙың байлығын уңға-һулға таратты. Состары байып ҡалды, ә ябай халыҡ фәҡирләнде.
Оло йылға инештәрҙән хасил булғандай, ил дә ауылдарҙан тора. Инештәр ҡорой икән, оло йылға ла бөтөүгә табан барасаҡ. Дәүләттең ауылдарҙы планлы рәүештә юҡ итеүе хәҙерге беҙ кисергән хәлгә килтерҙе лә инде. Ә бит ауыл – беренсенән, аҙыҡ-түлек кенә түгел, сәнәғәт өсөн сеймал да етештереүсе; икенсенән, илдең демографик тотороҡлолоғон һаҡлауға ҙур өлөш индергән инеш; өсөнсөнән, ауыл илгә кәрәкле кадрҙар үҫтереү усағы ла булып тора; дүртенсенән, ул – эшһөйәр, кешелекле һәм кеселекле быуынды тәрбиәләү урыны.
Журналист Рәшит Кәлимуллин үҙенең был мәҡәләһе менән ауылдағы оло йәштәге халыҡтың, бигерәк тә заманында колхозда бил бөккән кешеләрҙең, сей яраһына тоҙ һибә!
Мин яҙған һүҙҙәр, бәлки, ауыл кешеләрен уйландырыр, уның киләсәген тәьмин итеүҙә бәләкәй генә ярҙам да булыр ине.
Самат Аратов,
хеҙмәт ветераны.
Бөрйән районы,
Иҫке Собханғол ауылы.