Яҙғы баҫыу эштәренән һуң үткәрелгән хеҙмәт, дуҫлыҡ, йыр һәм бейеү байрамын һәр кем һағынып көтөп ала. Илеш халҡы ла, тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, һабантуй майҙанына ашыҡты. Байрам флагын күтәреү хоҡуғы быйылғы сәсеү еңеүсеһе, “Урал” йәмғиәте рәйесе Роберт Ибраһимовҡа, “Үҙәк МТС” йәмғиәте тракторсыһы Рәфис Ғаббасовҡа, Муса Гәрәев исемендәге кооперативтың һыйыр һауыу операторы Ләйсән Ямаеваға, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның ХI класс уҡыусыһы, волейбол буйынса республика ярыштары еңеүсеһе Алһыу Фәхелбаяноваға бирелде.
Һабантуйҙы асып, район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ауыл эшсәндәрен хеҙмәт байрамы менән ихлас ҡотланы, эштәренә ҙур баһа бирҙе. Унан тәбрикләү өсөн һүҙ Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленкоға тапшырылды.
– Илеш һәр ваҡыт эшһөйәр халҡы менән дан тотто, — тине Николай Анатольевич. — Быйыл да, йолаға тоғро ҡалып, бар йәһәттән алдынғылыҡты биләйһегеҙ. Гелән матур, етеш тормошҡа ынтылыу менән айырылып торҙоғоҙ, киләсәктә лә шулай булып ҡалығыҙ.
Министр хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталарын, Рәсәй һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Байрамда ҡатнашыусылар парады – һәр һабантуйҙың сағыу биҙәге. Быйыл уны Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары башланы. Артабан үҙәк майҙандан хеҙмәт алдынғылары үтте. Һабан батырҙарына, алдынғы механизаторҙарға, ғөмүмән, барлыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ҙур хөрмәт күрһәтелде, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Сәсеү-2015” батырҙары иғтибар үҙәгендә булды.
Һәр ерҙә ярыш гөрләне: милли көрәш, ат сабышы, гер күтәреү, волейбол, ҡул көрәше, ҡапсыҡ кейеп йүгереү... Майҙанға тирмәләр үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Унда ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәләре, Әҙәбиәт йылына бағышланған стендтар, башҡорт һәм татар халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре урын алды. Һәр тирмәлә самауырҙар ҡайнаны, тәмле еҫ таратып, ҡаҙандарҙа былау беште. Кискә тиклем гармун моңо, йыр тынманы.