Берҙәмлек менән көслөбөҙ!10.06.2015
Берҙәмлек менән көслөбөҙ! Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Россиянмын” тигән шиғырын бихисап быуын ятлап үҫте. Беҙҙе берләштергән, туғанлаштырған, уртаҡ маҡсатҡа туплаған данлы тарихлы бөйөк дәүләтебеҙ ҙур хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡ. Йыл да 12 июндә билдәләнгән Рәсәй көнөндә илебеҙҙең ҡиммәтенә тағы ла бер инанабыҙ.
Был байрам дәүләтебеҙҙең заманса иҡтисади, социаль-сәйәси һәм рухи яңырыуы билдәһе, дәүерҙәр, быуындар күсәгилешлегенең сағылышы булып тора. Ә был үҫеш ил төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан менән тығыҙ бәйле. Беҙҙә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, тормош сифатын яҡшыртыу маҡсаты уңышлы тормошҡа ашырыла. Республика халҡының тырыш хеҙмәте арҡаһында иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡтар йылдам үҫешә. Башҡортостан, төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары һөҙөмтәһендә Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен арттырыуға ҙур өлөш индереп, төбәктәр араһында лайыҡлы урын биләй.
Рәсәй көнөндә халыҡтар яҙмышының уртаҡлығы, рухи ҡиммәттәргә, йолаларға тоғролоҡ сағыла. Ул илебеҙҙең барлыҡ халҡын берләштереп, үткәндәргә ихтирам, Ватанға һөйөү уята. Яҙмышыбыҙ кеүек үк, байрамдарыбыҙ ҙа уртаҡ. 12 июндә Башҡортостан халҡы Рәсәй, Өфө ҡалаһы һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләй. Байрамдарыбыҙ мөбәрәк булһын, дуҫтар!



Вернуться назад