Халҡыбыҙҙың ҡыйғыр ыласыны10.06.2015
Халҡыбыҙҙың ҡыйғыр ыласыны Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев 1754 йылдың 16 июнендә Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улусының Тәкәй ауылында тыуған. Юлай Аҙналиндың улы 1771 – 1772 йылдарҙа уҡ Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара, 1773 йылдың 10 ноябрендә ихтилалға ҡушылып, 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачев яғында ҡатнаша, уның иң яҡын көрәштәшенә әйләнә.

1773 йылдың ноябрь – декабрендә Салауат Юлаев Ырымбур эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, 1774 йылдың ғинуар – мартында Пермь провинцияһында һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшөндә ихтилал етәкселәренең береһе була. Дүрт меңдән ашыу кешенән торған ғәскәргә етәкселек итә; уның отряды 1774 йылдың 12 ғинуарында Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 18 – 25 ғинуарҙа Көңгөр ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша, 19 февралдә — Красноуфимск ҡәлғәһе эргәһендә, март башында — Ҡазан губернаһының Сарапул ҡалаһы эргәһендә, 14 һәм 17 мартта Себер даруғаһы Сызгин улусының Боғалыш ауылы (хәҙерге Свердловск өлкәһе) янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.
Апрель – майҙа Салауат Юлаев Өфө про­винцияһы халҡын Баш ихтилалсылар ғәскәренә туплау менән шөғөлләнә, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм ҡорал менән тәьмин итә. Май башында Салауат Юлаевтың отряды Үрге Эҫем заводы эргәһендә Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡа инә…
Шул уҡ йылдың июнендә Емельян Пугачев Салауат Юлаевты бригадир итеп үрләтә. Июлдән ноябргә тиклем Салауат хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә ихтилалсылар хәрәкәтенә етәк­селек итә. Баш ихтилалсылар ғәскәрен еңгәндән һәм Пугачевты ҡулға алғандан һуң да көрәшеүен дауам итә. Уның отрядының хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуңғы һуғышы 20 ноябрҙә Ҡатау-Ивановск заводы эргәһендә була, яугир 25 ноябрҙә генерал-майор Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына.
1774 йылдың ноябренән 1775 йылдың июленә тиклем барған оҙайлы тикшереүҙәрҙән һуң Салауат Юлаев һәм атаһы Юлай Аҙналин ҡамсы менән һуҡтырылыуға (175 тапҡыр), танау япраҡтарын ҡырҡыуға һәм маңлайы менән сикәләренә “3”, “Б”, “И” тамғаларын (“енәйәтсе”, “боласы”, “хыянатсы” – “злодей”, “бунтовщик”, “изменник”) ҡыҙҙырып баҫыуға дусар ителә, ә 2 октябрҙә Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек һөргөнгә оҙатыла. Милли батырыбыҙ 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.
Салауат Юлаев – шағир. Уның әҙәби мираҫынан беҙҙең көндәргә 500-ләп шиғри юлы килеп еткән. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында ул ихтилалдың еңелеү сәбәптәре тураһында фекер йөрөтә, туған халҡының һәм башҡорт еренең яҙмышы өсөн борсолоуын белдерә. Тәүге тапҡыр урыҫ телендә уның әҫәрҙәрен 1880 йылда уҡ Ф. Д. Нефедов “Салауат, башҡорт батыры” («Салават, башкирский батыр») очеркында баҫтырып сығара.
Граждандар һуғышы йылдарында Айырым башҡорт кавалерия бригадаһының сәйәси бүлеге «Салауат» тигән гәзит сығара, Бөйөк Ватан һуғышы барышында С. Юлаев исемендәге 1292-се танкка ҡаршы истребитель артиллерия полкы ойошторола, «Салауат Юлаев» бронепоезы һәм истребителе төҙөлә. Административ район, ҡала, урамдар, хоккей клубы, теплоходтар, мәмерйәләр милли батырыбыҙҙың исеме менән атала, тыуған районының Малаяҙ ауылында һәм Палдиски (Эстония) ҡалаһында музейҙар асылған, һәйкәлдәр ҡуйылған. Уға «Тау бөркөтө» балеты, С. П. Злобиндың романы, опера, нәфис фильм, башҡа әҙәби әҫәрҙәр арналған.






Тыуған илем

Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, —
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.

Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым!

Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә,
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән. —
Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә.

Яу

Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғәләм белгән уларҙы.

Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы.
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.

Ҡурҡмағандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙең мәкер-хәйләһенән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.

Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым.

Мин ҡыйраттым дошман сафтарын,
Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр.
Бик күптәре аяҡ аҫтында
Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр.

Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға.
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға.
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.

Уралым

Ай Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе,
Күккә ашҡан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым.
Төнөн күккә ай ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау,
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Уралтау.

Биттәреңдә, Уралтау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә, Уралтау,
Балаҫтай болон-ҡырҙарың.
Күҙҙең яуын алалар
Аҡ, һары, ал сәскәләр.
Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.

Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың.
Тонйорап батҡан ҡояшты
Һайрап оҙата ҡоштарың.

Ай Уралым, Уралым,
Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.

Уҡ

Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.

Һауаларға атҡан уҡҡайым
Тау, урмандар аша уҙһасы.
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.

Егеткә

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға.

Һандуғас

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта
Һандуғас моңо.
Күктеме, ерҙеме данлай?
Кем белә уны.

Йырлаймы күктә балҡыған
Ҡояштың нурын?
Әллә айға арнағанмы
Һандуғас йырын?

Әллә арналғанмы ул йыр
Яҡты йондоҙға?
Йәйрәп ятҡан яландарға,
Хәтфә болонға? —
Мин белмәйем.

Зөләйха

Зөләйха, һин ергә килгән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.
Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә Ай үҙе.
Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе.
Мин, бахыр, һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм,
Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм.
Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.
Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.


Вернуться назад