Байрамдар күңелле үтһен!10.06.2015
12 июндә республика халҡы Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына — 261, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 441 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо байрамдар айҡанлы 12 – 14 июнь ял көндәре тип иғлан ителә.
Йола буйынса, 12 июндә баш ҡаланың мәҙәниәт һарайҙары алдында концерттар, барлыҡ парктарҙа ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Байрам Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана.


Ленин исемендәге майҙанда

Иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем сәнғәт оҫталарының һәм “Ҡала мөхите” социаль реклама фестивалендә ҡатнашҡандарҙың эштәренән күргәҙмә эшләйәсәк. Көндөң икенсе яртыһында халыҡҡа “Үткәндәрҙе барлап” исемле театрлаштырылған тамаша, балалар өсөн “Дуҫлыҡ каруселе” тигән байрам концерты, сәхнә оҫталарының, ижади коллективтарҙың сығыштары тәҡдим ителә. Байрам төнгө сәғәт 11-ҙә салют менән тамамлана.

Ҡашҡаҙан паркында

Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә күл буйында һабантуй уҙғарыласаҡ. Тамашасыларҙы ҡыҙыҡлы уйындар, спорт ярыштары һәм байрам концерты көтә.

Дим паркында

Был көндө Дим биҫтәһе халҡы “Ҡала — ул беҙ!” тип аталған йәштәр акцияһында, һабантуйҙа, “Батырҙар осрашыуы” исемле шоуҙа ҡатнаша ала. Байрам саралары “Өфө — бәхетлеләр ҡалаһы!” тигән концерт менән тамамлана.

Аксаков баҡсаһында

Шиғриәт һөйөүселәрҙе Аксаков паркына саҡырып ҡалабыҙ. Был көндө унда “Йырҙарым һинең хаҡта, баш ҡалам!” исемле әҙәби-музыкаль байрам ойошторола.

И. Якутов исемендәге паркта

Бында байрам саралары көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын “Йәшә һәм сәскә ат, баш ҡалам!” тип исемләнгән күңелле программа көтә. Теләгәндәр үҙен “Атай, әсәй һәм мин — спорт һөйгән ғаилә” тигән спорт байрамында ла һынап ҡарай ала.

“Беренсе май” мәҙәниәт
һәм ял паркында

Был паркта халыҡ йырҙарына битараф булмағандарҙы көтәләр. 12 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тә парк­та “Һөйөклө Ватаным! Сәскә атҡан ҡалам!” тип исемләнгән байрам концерты башлана.

Нефтехимиктар мәҙәниәт
һәм ял паркында

Көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башланасаҡ “Өфөм, минең баш ҡалам!” тигән концерт программаһы күңелегеҙгә хуш килер.


Вернуться назад