Тау башында балҡый бер ҡала...10.06.2015
Тау башында балҡый бер ҡала... Һуңғы осорҙа Өфө ғәйәт ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Мөһабәт йорттар, ҡунаҡханалар ҡалҡа, урамдар киңәйтелә, төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Бындай үҙгәреште халыҡ-ара саммиттарға ғына бәйләү дөрөҫ үк булмаҫ, әлбиттә. Баш ҡала бындай яңырыу юлына күптән аяҡ баҫырға хаҡлы ине. Төп маҡсат билдәле: Өфөнө туристарҙы һәм инвесторҙарҙы берҙәй йәлеп итерлек заманса мегаполисҡа әүерелдереү. Был үтәй алмаҫлыҡ бурыс түгел, хатта уны заман талабы тиергә лә булалыр. Беҙ иһә ҡалала барған үҙгәрештәр менән яҡындан танышыу маҡсатында уның буйлап сәйәхәт ҡылырға булдыҡ.
Бөгөн Өфөнөң көньяҡ һөҙәклеген танымаҫлыҡ: яр буйҙары таҙар­тылған, юлдарға асфальт түшәлгән, ҡайҙа ҡарама — йәшеллек, бөхтәлек. Элегерәк был яҡтарға машина менән түгел, йәйәүләп тә көскә үтәләр ине, хәҙер хатта ял итеүсе­ләргә туҡталҡа ла яһап ҡуйғандар. Ағиҙел буйлап теҙелеп киткән йәйге кафелар ҙа заманса төҙөкләнде­релгән. Яңыраҡ, тирә-яҡҡа зауыҡ өҫтәп, “Нilton Garden Inn” ҡунаҡ­ханаһы сафҡа инде. 167 бүлмәле заманса бина әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып тора. Ғөмүмән, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында төҙөлгән ете ҡунаҡхана ла баш ҡала йөҙөнә күркәмлек өҫтәне — әле тегендә, әле бында ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт биналарҙы заманса архитектура, берҙәм стиль, сәнғәт өлгөһөнә тиң ландшафт дизайны биҙәй.
Тау башында балҡый бер ҡала...Салауат Юлаев һәйкәле янын­дағы майҙанда төҙөлгән Халыҡ-ара матбуғат үҙәге хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтмәү ярамаҫ. ШОС һәм БРИКС саммиттарын яҡтыртыу маҡсатында төрлө илдән килгән меңдән ашыу журналист тап ошонда эшләйәсәк. Матбуғат үҙәге бер нисә зонаға бүленәсәк: брифингтар үткә­реү залы, киң мәғлүмәт сара­ла­рының павильондары һәм баш­- ҡа­лар. Ошонда уҡ “Өфө” исемле махсус павильон да буласаҡ. Бында журналистарға Башҡортостан, уның баш ҡалаһы, төбәктең сәнәғәт, инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре тураһында тулы мәғлүмәт тәҡдим ителәсәк.
Тау башында балҡый бер ҡала...Ҙур йыйынды Өфөлә үткәреү тураһындағы ҡарар ҡаланың ин­фраструктураһына ыңғай тәьҫир итте. Баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары яңыртылған аэропорттың мөмкинлектәрен һынап ҡараны ла инде — халыҡ-ара терминал төҙөк­ләндерелде, өҫтәмә юл барлыҡҡа килде, хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде. Былтыр декабрҙә 30 йыл эсендә тәүгә ремонт­ланғандан һуң “Башҡортос­тан” дәүләт концерт залы үҙ ишектәрен асты. Башҡор­тостандың Милли симфоник оркестры ла, ниһайәт, өй туйланы.
Йәнә бер ыңғай күренеште баһа­ламау мөмкин түгел: урамдарҙы киңәйтеү быға ҡәҙәр автоһә­үәҫ­кәр­ҙәрҙе йонсотҡан тығындарҙан ҡото­лорға булышлыҡ итте. Әммә ҡа­­сан­­дыр йүкәләре менән дан тотҡан Өфөлә ағастарҙың ҡырҡы­лыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәр бихисап. Ҡалабыҙға яңы һулыш өргәндә йәшеллекте һаҡлап ҡалыу­ҙың мөһимлеге бәхәсһеҙ: өр-яңы йорттар ғына түгел, күркәм скверҙар, аллеялар, яңы парктар ҙа кәрәк. Ҡала хакимиәте халыҡтың теләген күҙ уңынан ысҡындырмаҫ тип өмөтләнәбеҙ.
Әлбиттә, туҡтауһыҙ барған төҙө­лөш эштәре, шул сәбәпле барлыҡҡа килгән юл тығындары ҡала халҡына уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Әммә Өфөбөҙҙөң көндән-көн яңырыуына, йәшәреүенә ихлас һөйөнөргә генә кәрәк. Элекке кимәлдә ҡалһаҡ, берәү ҙә беҙҙе партнерҙар сифатында ҡабул итмәҫ. Ә төҙөлгәндәр киләсәк быуынға тороп ҡаласаҡ, артабан да республика халҡы мәнфәғәтендә хеҙмәт итәсәк.


Вернуться назад