Халыҡтың һорауҙары күп09.06.2015
Үткән аҙнала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов шәхси мәсьәләләр менән килгән халыҡты ҡабул итте. Ике сәғәткә һуҙылған осрашыу йомғаҡтары буйынса төрлө министрлыҡ һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.


Өфөлә йәшәүсе һуғыш инвалиды, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығының ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыу мәсьәләләре буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы Александр Никишкин, мәҫәлән, төбәк Баш­лығын мөмкинлектәре сикләнгәндәргә махсус шарттар тыуҙырыуға бәйле хәл менән таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, Өфөлә инвалидтар йөрөй алырлыҡ объекттар күбәйә, әммә “Ҡаршылыҡһыҙ мөхит” програм­маһы­ның теүәл үтәлмәүе кәртәләр тыуҙыра. Ябай ғына миҫал: коляскалыларға тротуарҙан оло юлға төшөү урыны ҡаралмаған, бордюрҙар бейек. Шуға бәйле Александр Никишкин юлдар, тротуарҙар, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындары төҙөгәндә мөмкинлектәре сикләнгәндәр, шулай уҡ балаларын коляска менән йөрөтөүселәр, велосипедсылар төшә алырлыҡ урындарҙы алдан билдәләүҙәрен үтенде.
Төбәк Башлығы әйтеүенсә, етәкселек был мәсьәлә менән өс-дүрт йыл элек үк шөғөл­ләнә башлаған, һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, 2012 — 2014 йылдарҙа Өфөлә 800 тротуар участкаһында инвалид коляскаһы өсөн төшөү урыны эшләнгән, 2 250 бордюр түбәнәй­телгән. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо тармаҡ өсөн яуаплы вице-премьерҙарына һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе ҡаршылыҡһыҙ мөхит менән тәьмин итеү буйынса хәлде яҡшыртырға ҡушты, ә Александр Никишкиндың проблемалы урындар тураһында хәбәр итеп тороуын һораны.
Ҡабул итеү барышында шулай уҡ Уҡыу­сылар һәм абитуриенттар өсөн репетиторлыҡ ярҙамы үҙәген булдырыу, Өфөлә кордодром төҙөү, Дәүләкән ҡалаһының һыу менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.








Вернуться назад